газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Декабрь 2022, 21:11

Көтөп алынған байрам

Ҡуян - муллыҡ, оҙайлы һәм бәхетле тормош символы. Йылды нисек ҡаршылайһың, шулай уҙғараһың, тиҙәр. Шуға Яңы йылға яҡшы кәйеф, мул табын, таҙа, саф уй-теләктәр менән аяҡ баҫайыҡ! Байрамды ниндәй төҫтәге кейем кейеп ҡаршыларға йә булмаһа финанс хәлегеҙҙе яҡшыртыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәклекте беләһегеҙме?

Көтөп алынған байрам
Көтөп алынған байрам

Ҡуян - муллыҡ, оҙайлы һәм бәхетле тормош символы. Йылды нисек ҡаршылайһың, шулай уҙғараһың, тиҙәр. Шуға Яңы йылға яҡшы кәйеф, мул табын, таҙа, саф уй-теләктәр менән аяҡ баҫайыҡ!

Ҡуян ярата зәңгәр төҫ

Кейемгә килгәндә, сағыу төҫтәге кейемдәр хупланмай. Улар асыҡ һәм тыныс төҫтә булһын.

Төп төҫтәр - аҡ, зәңгәр, ҡыҙыл. Зөбәржәт, фирүзә төҫөндәге кейемдәр ҙә ҡуянға оҡшар. Йыл хужаһы ҡыҙыл төҫтө лә үҙ итер. Айырыуса, икенсе яртыһын табырға теләүселәр Яңы йылды ошо
төҫтәге кейемдә ҡаршылаһын. Ҡуяндың кишер, йәшел үлән яратыуын да оноторға ярамай. Шуға асыҡ йәшел һәм ҡыҙғылт-һары төҫтәге кейем йәки аксессуарҙарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Ҡатын-
ҡыҙҙар итәк һайлаһа, ул тубыҡтан аҫта булырға тейеш, тәбиғи туҡыманан блузкалар һәм бәйләнгән жилеттар, оҙон күлдәктәр - шәп гардероб. Ир-егеттәргә ҡуйы зәңгәр төҫтәге полувер, күлдәктәр, классик салбар килешле. Шуны ла күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, Ҡуяндың синтетиканы ене һөймәй, кейемдәр тәбиғи туҡыманан булырға тейеш.

Шыршы, шыршы, балҡып ян!

Шыршы - байрамдың төп символы. Шыршыны биҙәгәндә сағыу, сыбар төҫтәр ҡулланыу кәңәш ителмәй. Уйынсыҡтар аҡ, зәңгәр, алһыу төҫтәрҙә булһа, ҡулайлыраҡ. Уйынсыҡтарҙың ниндәйен һайлаһағыҙ ҙа яҡшы.

Шыршылағы кәнфиттәр килтерер уңыштар

Финанс хәлегеҙҙең яҡшырыуын теләһәгеҙ:
* һәр ғаилә ағзаһының янсығына эре купюра һалып сығығыҙ;
* шыршыға купюралар һәм кәнфиттәр элегеҙ;
* бирәсәктәрегеҙҙе Яңы йылға тиклем биреп бөтөгөҙ.


Мөхәббәтегеҙҙе осратыу өсөн:
* шыршыға йөрәк формаһындағы сувенирҙар элегеҙ;
* юлда ҡаршылаға байрам тиҙҙән романтик осрашыуҙар килтерер;
* Яңы йыл төнөндә ете балаға бүләк биргән кеше һөйөүгә төрөнөр һәм ғаилә бәхетен татыр;
* 1 ғинуарҙа ҡаршыға эт осраһа, мөхәббәт өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр көтөр.

Уңыш юлдаш булһын тиһәгеҙ:
* куранттар һуҡҡан ваҡытта ишегегеҙҙе йә тәҙрәгеҙҙе бер аҙ асып ҡуйығыҙ;
* шампан шарабы кемдең бокалына иң һуңғыһы һалына, шуға уңыш йылмайыр;
* Яңы йылдан һуң йортоғоҙға тәүгеләрҙән булып ир-ат керһә, йорт хужалары өсөн йыл бәхетле килер.
Яңы йыл алдынан нимә эшләү тыйыла?
* байрамды йыйыштырылмаған йортта уҙғарыу;
* 31 декабрҙә өй йыйыштырыу, кер йыуыу. Быны иртәрәк эшләү хәйерлерәк;
* Яңы йыл төнөндә тегенеү;
* байрам ризыҡтарын насар кәйефтә әҙерләү.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: