газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Декабрь 2022, 20:57

Көтөп алынған байрам

Ҡуян - муллыҡ, оҙайлы һәм бәхетле тормош символы. Йылды нисек ҡаршылайһың, шулай уҙғараһың, тиҙәр. Шуға Яңы йылға яҡшы кәйеф, мул табын, таҙа, саф уй-теләктәр менән аяҡ баҫайыҡ! Ниндәй Яңы йыл бүләкһеҙ булһын инде? Һәр кем яҡындарын ғәҙәти булмаған бүләктәр менән ҡыуандырырға тырыша. Ҡалала аҡҡоштар бәйләү һәм башҡа ҡул эштәре менән дан тотҡан Ғәзифә Күскилдина яҡындарына үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән.

Көтөп алынған байрам
Көтөп алынған байрам

Ҡуян - муллыҡ, оҙайлы һәм бәхетле тормош символы. Йылды нисек ҡаршылайһың, шулай уҙғараһың, тиҙәр. Шуға Яңы йылға яҡшы кәйеф, мул табын, таҙа, саф уй-теләктәр менән аяҡ баҫайыҡ!

Нимә бүләк итергә?

Ниндәй Яңы йыл бүләкһеҙ булһын инде? Һәр кем яҡындарын ғәҙәти булмаған бүләктәр менән ҡыуандырырға тырыша.

Ҡуян - йомшаҡ, наҙлы йәнлек. Шуға халат һәм таҫтамал да бүләк итергә мөмкин. Таҫтамалға исемде һәм ҡыҫҡа теләктәр яҙҙыртырға була. Ҡуян һүрәте төшөрөлгән футболка һәр кемдең күңеленә хуш килер. Шулай уҡ йомшаҡай хайуан формаһындағы тапочкалар, ҡатын-ҡыҙҙарға йыл хужаһы төшөрөлгән алъяпҡыс яҡшы бүләк һаналыр. Көнкүреш техникаһын да ҡуян хуплар. Шулай уҡ китаптар, сувенирҙар Ҡуянға оҡшар. Фарфорҙан сынаяҡтар йыйылмаһын, постель комплекты һайлаһағыҙ ҙа отолмаҫһығыҙ. Ә бына ҡиммәтле сәғәттәрҙе йәки кейем-һалымды йыл хужаһы үҙһенмәүе бар. Шулай уҡ
парфюм шампунь, душ өсөн гель кеүек әйберҙәрҙе лә башҡа байрамдарға ҡалдырырға кәрәк булыр.

Бүләккә - түшелдеректәр

Ҡалала аҡҡоштар бәйләү һәм башҡа ҡул эштәре менән дан тотҡан Ғәзифә Күскилдина яҡындарына үҙенсәлекле бүләк - ейәнсәрҙәренең барыһына ла түшелдеректәр әҙерләгән.

- Ейән-ейәнсәрҙәргә байбыҙ - туғыҙ ейәнсәребеҙ, һигеҙ ейәнебеҙ бар. Тәүҙә бәйләм кеүегерәк ҡул эштәре менән мауыҡһам, өс йыл тирәһе түшелдеректәр эшләгән апайҙарға ҡыҙығып, мин дә үҙемде һынап ҡарарға булдым. Оҡшай, бирелеп китеп башҡараһың. Шул уҡ ваҡытта аҡҡоштар бәйләүемде лә ташламайым. Ҡыҙҙарға түшелдеректәр әҙерләнем, үҙ ҡулың менән әҙерләнгән бүләктән дә ҡәҙерлерәк
нимә булыуы мөмкин һуң? Бәләкәстәренә батарейка менән эшләүсе ҡуяндар алдыҡ,- ти Ғәзифә апай. - Салауаттарҙың барыһына ла Яңы йылда яңы бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: