газета "Салауат"
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Декабрь 2022, 15:14

Көтөп алынған байрам

Ҡуян - муллыҡ, оҙайлы һәм бәхетле тормош символы. Йылды нисек ҡаршылайһың, шулай уҙғараһың, тиҙәр. Шуға Яңы йылға яҡшы кәйеф, мул табын, таҙа, саф уй-теләктәр менән аяҡ баҫайыҡ! “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге директоры Рауил Хәкимов үҙе яратып әҙерләгән салат рецебы менән уртаҡлаша.

Көтөп алынған байрам
Көтөп алынған байрам

Ҡуян - муллыҡ, оҙайлы һәм бәхетле тормош символы. Йылды нисек ҡаршылайһың, шулай уҙғараһың, тиҙәр. Шуға Яңы йылға яҡшы кәйеф, мул табын, таҙа, саф уй-теләктәр менән аяҡ баҫайыҡ!

Өҫтәлгә нимә ҡуйырға?

Яңы йыл табынын һәр кем үҙенсә төрлөләндереп әҙерләргә тырыша. Йыл хужаһы калориялы ризыҡтарҙы яратмай. Яңы йылды ҡаршылағанда ҡуян итен һәм унан әҙерләнгән ризыҡтарҙы ҡуйыу кәңәш ителмәй. Ә бына балыҡ һәм тауыҡ итен ҡыйыу бешерә алаһығыҙ. Салаттарға күберәк йәшелсә ҡушығыҙ. Иң яҡшыһы, еңел үҙләштерелә торған салаттарҙы һайлағыҙ.

“Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге директоры Рауил Хәкимов үҙе яратып әҙерләгән салат рецебы менән уртаҡлаша.
- Бер йылды республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы Рөстәм Фазылов менән бергә кулинария рубрикаһын алып барҙыҡ. Шунда Рөстәм ағай бәшмәкле шәп салат рецебы менән бүлешкәйне. Шул рецепт бик оҡшаны, әле булһа уны рәхәтләнеп әҙерләйем. Бының өсөн Рөстәм ағайға рәхмәт.
Салат өсөн 1 ыҫланған тауыҡ ите, 300 - 400 грамм бәшмәк, 5 бешкән йомортҡа, 1 баш һуған, майонез, иретелгән “Дуҫлыҡ” сыры, биҙәү өсөн йәшел тәмләткестәр, помидор кәрәк. Иң башта шампиньондарҙы турап, ҡыҙған табаға һалырға, һыуы сығып бөткәс май өҫтәргә, һуған һалып ҡыҙҙырырға. Сырҙы һәм йомортҡаны эре ҡырғыстан үткәреп, майонез менән бутарға. Тауыҡты турарға. Салат ҡатлы була. Тәүге ҡаты итеп һуған менән ҡыҙҙырылған бәшмәк, икенсе ҡатҡа сырлы массаның яртыһын, унан һуң тауыҡ итен, уның өҫтөнә тағы сырлы массаны һалабыҙ. Өҫтөн помидор, йәшел тәмләткестәр менән биҙәйбеҙ.  Һыуытҡыста бер сәғәт тирәһе
тотҡас, табынға бирергә була, - тип бүлеште Рауил Хәкимов.
- Форсаттан файҙаланып, ҡала халҡын мөғжизәгә бай байрам менән ҡотлайым. Алдағы көнгә ышаныс, именлек, тыныслыҡ теләйем,- тип изге теләктәрен дә еткерҙе тәмле рецебы менән бергә Рауил.

Тун аҫтындағы балыҡ

1 кг балыҡ (ниндәй булһа ла ярай), 3 кишер, 3 һуған, 200 грамм ҡаты сортлы сыр, тоҙ, борос, майонез, йәшел тәмләткестәр. 

Балыҡтың итен йыуып ҡоротабыҙ, фольга йәки пергамент йәйелгән формаға һалабыҙ, өҫтөнә тоҙ, борос һибәбеҙ. Киләһе ҡат итеп ҡулсалап туралған һуған, эре ҡырғыстан үткәрелгән кишер, сыр һалабыҙ. Өҫтөнә
сеткалап майонез һылайбыҙ. Балыҡты 180 ҡыҙыулыҡтағы духовкала бер сәғәт тирәһе бешерәбеҙ. Әҙер балыҡты йәшел тәмләткестәр менән  биҙәп табынға бирәбеҙ.

Бүләккә - түшелдеректәр

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: