газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2022, 10:58

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (28 ноябрь - 4 декабрь)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (28 ноябрь - 4 декабрь)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был аҙнала эшегеҙҙе ҡабаланмайынса башҡарығыҙ, юғиһә, документтарҙа хата ебәреүегеҙ ихтимал. Өҫтәмә килем сығанағын табыу финанс хәлегеҙҙе яҡшыртырға мөмкинлек бирер. Ялдарҙы ғаиләгеҙгә
бағышлағыҙ.


Буға (21.04-21.05)
Ҡапыл ғына ҙур сумма аҡса табырға кәрәк булыр. Был һорау тиҙ һәм уңышлы хәл ителер. Икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәр ышаныслы. Ашҡаҙанығыҙға көс төшөрмәҫ өсөн, йоҡлар алдынан ашау ҡәтғи тыйыла.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Был аҙнала тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртерҙәй ниндәйҙер мөһим эште тамамларһығыҙ. Дуҫтарығыҙ һәм яҡындарығыҙ һәр саҡ терәк булыр. Осорҙо ғаиләгеҙҙең хәстәрен тойоп күңел тыныслығында үткәрерһегеҙ.


Ҡыҫала (22.06-23.07)
Тирә-йүндәгеләрҙең ихтирамын яуларһығыҙ, абруйығыҙ артыр. Кемдер һеҙҙән кәңәш һорар, етәкселек эшегеҙҙе лайыҡлы баһалар. Һөйгәнегеҙ менән икегеҙ араһына ситтәрҙе индермәгеҙ. Ялдарҙа һатып алған әйберегеҙ уңышлы булыр.


Арыҫлан (24.07-23.08)
Бөтә уйлаған уйҙарығыҙ тиҙ бойомға ашыр. Ваҡ-төйәк күңелһеҙ хәлдәргә иғтибар бирмәгеҙ. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыуы бар. Йортоғоҙҙа ремонт яһай башлаһағыҙ  була. Ата-әсәйегеҙ менән мөнәсәбәттәр көйләнер.


Ҡыҙ (24.08-23.09)
Аҙнаның тәүге яртыһы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн отошло. Матди яҡтан туғандарығыҙ ярҙам итер. Һөйгәнегеҙ менән йышыраҡ осрашырһығыҙ.  Шәхси автомобилегеҙҙә оҙон юлға сығыу кәңәш ителмәй.


Үлсәү (24.09-23.10)
Ҡайһы бер проблемаларҙы тиҙ арала хәл итергә кәрәк булыр. Мөхәббәтегеҙ һеҙҙе лайыҡлы баһаламай кеүек тойолор. Янығыҙҙа һеҙҙе аңлаған, яҡлаған кешене күрергә теләрһегеҙ. Планлаштырылмаған сығымдар көтөлә.


Саян (24.10-22.11)
Аҙна уртаһында алынған отошло тәҡдим алдығыҙҙа ҙур мөмкинлектәр асыр. Финанс хәлегеҙ яҡшырыр.Яҡындарығыҙҙы  үпкәләтерҙәй һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Сәстәрегеҙгә өҫтәмә тәрбиә кәрәк, косметик сараларға аҡса йәлләмәгеҙ.


Уҡсы (23.11-21.12)
Финанс эштәрҙе теүәл алып барһағыҙ,  уңышҡа юл һалыныр. Шаршамбы етәкселектән маҡтау һүҙҙәре ишетерһегеҙ. Алыҫтағы туғандарығыҙ менән күрешеүегеҙ  бар. Туҡланыу рационына күберәк йәшелсә, емеш-еләк индерегеҙ.


Ылаҡ (22.12-20.01)
Мөһим һәм көтөлмәгән ваҡиғаларға  әҙер булығыҙ. Эшегеҙҙе ялҡауланмай ғына башҡарығыҙ. Үҙегеҙҙе генә ҡайғыртмағыҙ, башҡаларҙы ла уйлағыҙ.  Яратҡан кешегеҙгә тупаҫ бәрелмәгеҙ, йомшағыраҡ булығыҙ.


Һыуғояр (21.01-19.02)
Аҙ ғына ваҡыт эсендә бик күп эш  башҡарырға тура килер. Балаларығыҙ уңыштары менән шатландырыр. Мөхәббәтегеҙгә тулыһынса ышанығыҙ,  көнсөллөк һәм шикләнеү араларҙың боҙолоуына килтереүе ихтимал.


Балыҡ (20.02-20.03)
Хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашыра башлаһағыҙ була. Янығыҙҙа ярҙам  итерҙәй кешеләр күп. Тик бер кем менән дә бәхәскә инмәгеҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа төплө  үҙгәрештәр көтөлә. Быуындарығыҙ һыҙлап аптыратыр, тиҙ арала врачҡа күренегеҙ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: