

Ул Салауат ҡалаһында тыуып үҫә, әлеге көндә лә ошонда йәшәй. Тәүҙә 18-се мәктәптә уҡый, һуңынан Салауат индустриаль колледжын «Нефть һәм газ эшкәртеү» һөнәре буйынса тамамлай. Төрлө тармаҡтарҙа эшләй, башлыса, технологик ҡорамалдар төҙөү һәм ремонтлау менән мәшғүл була. Уҡыуын тамамлағандан һуң төҙөлөш ойошмаһында проекттехник бүлеген етәкләй. Һаулыҡ торошо арҡаһында армия хеҙмәтенә алмайҙар. Әммә егет 2024 йылда контрактҡа ҡул ҡуйып, 2023 йылдан бирле унда хеҙмәт иткән бер туған ағаһына ярҙам итеү өсөн махсус хәрби операция зонаһына хәрби хеҙмәткә юлланырға ҡарар итә.
- Ата-әсәйемдең вафатынан һуң 2023 йылда ағайым үҙ теләге менән МХО-ға китте. 2024 йылда мин дә уға ҡушылып, подразделениеһында рядовой булып киттем. Тиҙҙән командование минең уңыштарымды баһаланы һәм офицерҙар курсына ебәрҙе. Звание алғандан һуң мине Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге башҡорт батальонына миномет батареяһы взводы командиры итеп тәғәйенләнеләр. Беҙҙең алда дошмандың тере көсөн юҡ итеү һәм фортификация ҡоролмаларын емереү бурысы тора. Бөтә яугирҙар ҙа башта полигондарҙа уҡый, ә һуңынан, фронтҡа эләгә, урындағы шарттарға яраҡлаша, - тип һөйләй яугир.
Семен Бауэр һүҙҙәренсә, уларҙың подразделениеһында Салауат егеттәре лә бар.
- Иң мөһиме - егеттәрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау. Уларға күберәк әхлаҡи ярҙам кәрәк, - ти ул.
2025 йылдың октябрендә хәрби хәрәкәттәр барышында яралы яугирҙарҙы эвакуациялағанда яугир ауыр пуля яралары ала.
- Әммә мин тиҙ арала сафҡа ҡайттым. Әммә һынауҙар бының менән генә тамамланманы - ғинуар аҙағында ротация ваҡытында дошман беҙгә FPV-дронынан һөжүм итте. Уныһынан ситкә тайпылып өлгөрҙөк, әммә транспорт түңкәрелде. Мин тағы яраландым - был юлы умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнде, - тип уртаҡлаша Семен Бауэр.
Дауаланып, һаулығын бер аҙ нығытҡандан һуң, ул яңыраҡ ҡабаттан МХО биләмәһенә юллана.
- Алдыбыҙҙа торған бурысты аңлап, беҙгә ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Ҡаланан да йыш ярҙам итәләр. Үтенесебеҙ буйынса маскировка селтәрҙәре үрәләр, дарыуҙар, төҙөлөш материалдары килтерәләр. Салауат ҡалаһының «Синдикат» Гуманитар операциялар үҙәгенә айырыуса рәхмәт, - ти яугир.