газета "Салауат"
+14 °С
Облачно

Геройҙар иҫтәлегенә - сәскәләр һәм ихтирам

Тантаналы митинг «Юрматы ере»мемориаль комплексында ла үтте. Йыл һайын күсерелгән ауылдарҙа йәшәүселәрҙең тоҡомдары бында ата-бабаларын хөрмәтләү өсөн йыйыла. Алты плитәлә Юрматы ырыуы ерҙәрендә урынлашҡан ете ауылдан фронтҡа киткәндәрҙең исемдәре уйып яҙылған.

Геройҙар иҫтәлегенә  - сәскәләр һәм ихтирамГеройҙар иҫтәлегенә  - сәскәләр һәм ихтирам
Геройҙар иҫтәлегенә - сәскәләр һәм ихтирам

Беренсе объект булып мәҙәниәт һәм ял паркында фронтовик, ҡаланың Почетлы гражданы Таис Ғөбәй улы Колышев инициативаһы буйынса төҙөлгән «Еңеү этаптары» мемориаль комплексы тора.
Митингыны ҡала Советы рәйесе урынбаҫары Артур Ғәлимов асты.
Киләһе объект - 2000 йылда Муса ҡасабаһында Техник ижад үҙәге алдында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған стела. Ул күсерелгән ауылдарҙан сыҡҡан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙарына арналған.

Һуңынан йыйылыусылар Советтар Союзы Геройы Алексей Яковлевич Сухоруков ерләнгән Чапаев урамындағы, Советтар Союзы Геройы Василий Семенович Бекетов ерләнгән икенсе зыяратҡа йүнәлде, Рәсәй Геройы Владимир Трубановтың ҡәберенә сәскә һалды, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ҡала Советы рәйесе Иван Антонович Богдановтың ҡәберендә лә булды.
Геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар, обелисктарға сәскәләр һалдылар.

Тантаналы митинг «Юрматы ере»мемориаль комплексында ла үтте. Йыл һайын күсерелгән ауылдарҙа йәшәүселәрҙең тоҡомдары бында ата-бабаларын хөрмәтләү өсөн йыйыла. Алты плитәлә Юрматы ырыуы ерҙәрендә урынлашҡан ете ауылдан фронтҡа киткәндәрҙең исемдәре уйып яҙылған.
Митингыны ҡала хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин асты:
- Бөгөн, 8 майҙа, беҙ йәнә ете ауылдан сыҡҡан кешеләр өсөн кесе Тыуған иленә әйләнгән изге урынға йыйылдыҡ. Еңеү көнөн» Юрматы ере»ндә байрам итеү - салауаттарҙың күптәнге, изге йолаһы. Һуғыш бер кемде лә аямай: ул һәр йортҡа, һәр ғаиләгә инә. Миллионлаған яҙмыш, емерелгән ҡалалар, яндырылған ауылдар - әммә халҡыбыҙ сыҙамлыҡ күрһәтеп, илебеҙгә Еңеү килтерҙе еңде. Бында, ошо ерҙә, беҙ 1945 йылдың еңеү майын яҡынайтыу өсөн ғәйәт ҙур көс һалғандар менән бәйләнеште айырыуса тәрән тоябыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Антонович Пискаревҡа һәм митингыла ҡатнашыусыларға республиканың Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов мөрәжәғәт итте:
- Еңеү көнө - һәр беребеҙ өсөн изге дата, халҡыбыҙ өсөн хәтер һәм рәхмәт белдереү көнө. Еңеү илебеҙгә бик юғары хаҡ менән бирелгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен юллайбыҙ. Һеҙ үҙ бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәйһегеҙ, батырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм антҡа тоғролоҡ күрһәтәһегеҙ, Ватанды һаҡлаусылар традицияһын лайыҡлы дауам итәһегеҙ. Республика башлығы Радий Хәбиров Үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, беҙ еңеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ - был йәмғиәттең берҙәмлеген, яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүҙе, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреүҙе һәм илебеҙҙең киләсәге өсөн дөйөм яуаплылыҡты аңлата.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Пискарев унда булғандарға аяҙ күк йөҙө теләне.
Советтар Союзы геройы Хәсән Әхтәмовтың бюсына, монументына һәм иҫтәлекле таҡталарға сәскәләр һалдылар.

 
Геройҙар иҫтәлегенә  - сәскәләр һәм ихтирам
Геройҙар иҫтәлегенә  - сәскәләр һәм ихтирам
Геройҙар иҫтәлегенә  - сәскәләр һәм ихтирам
Геройҙар иҫтәлегенә - сәскәләр һәм ихтирам
Автор:Дина Галеева
Читайте нас