газета "Салауат"
+14 °С
Облачно

Еңеү яҙы килде еребеҙгә!

Салауатта Еңеү көнөн, йола буйынса, «Мәңгелек ут» мемориаль комплексындағы митинг асты, унда йөҙҙәрсә кеше йыйылды.

Еңеү яҙы килде еребеҙгә!Еңеү яҙы килде еребеҙгә!
Еңеү яҙы килде еребеҙгә!

Еңеүселәр быуынының ҡаһарманлығына хөрмәт белдереү өсөн тотош ғаиләләр, коллективтар флагтар, ата-бабаларының портреттарын тотоп сыҡҡайнылар.
Митингыла ҡатнашыусылар рәтендә тыл хеҙмәтсәндәре, махсус хәрби операция һәм локаль конфликттар яугирҙары, яугир-интернационалистар, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай һәм ҡала Советы депутаттары, ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, йәщ армиясылар, ирекмәндәр ҙә бар ине.
Митингыға килгән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар Никифор Игнатьевич Елисеев һәм Владимир Антонович Пискаревҡа йыйылыусылар тәрән ихтирамын белдерҙе.
- Еңеү көнө барыбыҙҙы ла берләштергән байрам булды, бар һәм булып ҡаласаҡ. Еңеү фронтта һәм тылда ла яулана: һалдаттар - окоптарҙа, ҡатын -ҡыҙҙар һәм балалар баҫыуҙарҙа, станоктар янында көс түгә. Сыҙамлыҡ күрһәтеп, миллионлаған ғүмерҙәр хаҡы менән халҡыбыҙ еңеүгә өлгәшә! Бөгөн геройҙарҙың бүләләре - беҙҙең һалдаттар һәм офицерҙар йәнә Ватан һағына баҫты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хәҡиҡәт, тыныслыҡ, балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн көрәшә. Беҙ улар менән дә сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм еңеү менән ҡайтыуҙары көтәбеҙ, - тип митингыны асты ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин.
Ветерандарға Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров мөрәжәғәт итте:
- Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер сит илдәрҙә фашизмды улар еңеүе тураһында һөйләгәндәрен йыш ҡына ишетергә тура килә. Юҡ, был дөрөҫ түгел. Тап беҙҙең ветерандар, ата-бабаларыбыҙ еңде. Беҙҙең ил был Еңеү өсөн 27 миллион ғүмер биргән. Бөгөн беҙҙең егеттәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа Ватаныбыҙҙы һаҡлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының күбеһе беҙҙең менән юҡ - ваҡыт бер кемде лә аямай. Беҙҙең изге бурыс - һуғышта ҡатнашҡан һәр кемдең иҫтәлеген һаҡлау. Беҙ һеҙҙең васыяттарығыҙға тоғро ҡаласаҡбыҙ, - тине ул.
Йыйылыусылар яу яланынан әйләнеп ҡайтмағандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алд. Мәңгелек утҡа, Афғанстанда һәм Чечняла алышҡан геройҙарҙың портреттары ҡуйылған иҫтәлекле стелаға л сәскәләр һалды.
2023 йылдың 4 майында «Мәңгелек ут» мемориаль комплексында махсус хәрби операцияла һәләк булған Салауат яугирҙары иҫтәлегенә таш ҡуйылғайны. Йыл һайын 9 майҙа салауаттар уға ла ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һала.

Еңеү яҙы килде еребеҙгә!
Еңеү яҙы килде еребеҙгә!
Еңеү яҙы килде еребеҙгә!
Еңеү яҙы килде еребеҙгә!
Автор:Дина Галеева
Читайте нас