

Ветерандың йорто алдына ҡала хакимиәте, депутаттар корпусы, прокуратура, Росгвардия вәкилдәре йыйылды. «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге артистары һуғыш осорондағы билдәле йырҙарҙы башҡарҙы.
- Таис Ғөбәй улы - һуғышты башынан аҙағынаса үткән ветеран. Һеҙгә һәм яу яландарында ятып ҡалған барлыҡ яугирҙарға тыныс тормош өсөн ҙур рәхмәт! Көндәрегеҙ яҡты һәм тыныс булһын. Еңеү көнө менән! - тине ҡала мэры Марат Зәһиҙуллин.
Ветеран шулай уҡ ҡала прокуроры вазифаһын башҡарыусы Александр Стрельниковтан, Салауат ҡалаһы буйынса Росгвардия начальнигы Денис Фархшатовтан, ветерандар советы рәйесе Суфия Етеханованан ҡотлауҙар
ҡабул итте.
Ветеран, үҙ сиратында, йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, иғтибарҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Ҡаты һынауҙар аша үтеп, халҡыбыҙ дошманға баш эймәне, донъяны нацизмдан азат итте. Яңы быуындың Еңеү байрағына һәр саҡ тиңләшеренә, ә 9 Майҙың илебеҙ өсөн иң изге, берләштереүсе байрам булып ҡаласағына ышанам, - тине Таис Колышев.
Таис Ғөбәй улы Колышев Совет Армияһы сафында хеҙмәтте 1943 йылдан алып 1951 йылға тиклем үтә. Уның өсөн һуғыш ваҡиғалары Кривой Рог ҡалаһы янында Днепрҙың һул ярында башлана. Днепр, Ингулец, Көньяҡ һәм Төньяҡ Буг,
Дунай йылғаларын һуғышып аша сыға. Украинаны, Молдовияны, Румынияны, Болгарияны, Югославияны, Венгрияны, Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе фронтташтары менән Германияла ҡаршы ала. Салауат ҡалаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте лә бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән баһалана.