

Радий Хәбиров сығышының стенограммаһы:
Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре! Хөрмәтле иптәштәр!
Иртәгә илебеҙ совет халҡының фашистик Германияны Еңеүенең 81 йыллығын билдәләй. Ихлас күңелдән барыбыҙ өсөн дә мөһим булған был байрам менән ҡотлайым!
Халҡыбыҙ өсөн Еңеү көнөнән дә иҫтәлекле дата юҡ. Бөгөн Рәсәй халҡы айырым хис-тойғолар кисерә – Ватан өсөн ғорурлыҡ, донъяны нацист ҡоллоғонан ҡотҡарған ата-бабаларыбыҙға сикһеҙ рәхмәт.
Байрам менән тәү сиратта һеҙҙе, ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙы, ҡотлайбыҙ. 1945 йылдың майында һәр йортҡа күптән көтөлгән шатлыҡ алып килгәнһегеҙ, Ватанды һаҡлағанһығыҙ һәм башҡа дәүләттәрҙең бойондороҡһоҙлоғон яҡлағанһығыҙ. Тап һеҙ балаларығыҙға һәм ейәндәрегеҙгә тыныс тормош бүләк иткәнһегеҙ.
Хөрмәтле иптәштәр!
Йөрәк әрнеүе менән үткәндәрҙең фажиғәле биттәрен иҫкә төшөрәбеҙ. 85 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы башлана, һәм 1941 йылдың 22 июне көнө илебеҙ тормошон ике өлөшкә бүлә.
Бөгөн махсус хәрби операция яугирҙарыбыҙ Рәсәй суверенитетын яҡлай, 1945 йылда мәңгегә еңелгән, тип иҫәпләгән нацизм менән көрәшә. Тарих яңы фажиғәле әйләнеш яһай һәм беҙҙе, Ватаныбыҙҙы яҡлау өсөн, тағы бер тапҡыр ҡулға ҡорал алырға мәжбүр итә.
«Башҡортостан» полкы, Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары, Салауат Юлаев исемендәге Росгвардия батальоны һәм башҡа подразделениелар хәрбиҙәре һуғыш яланында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа 46 яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған, уларҙың 16-һы – махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғыҙы был исемгә үлгәндән һуң лайыҡ була.
Залда Рәсәй Геройҙары – Риф Рәйес улы Сәхәбетдинов, Денис Юрьевич Чернавин, Руслан Вил улы Ғарифуллин, шулай уҡ «Башҡортостан» полкы, Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрбиҙәре. Бөгөн бында, беҙҙең менән булыуығыҙ өсөн рәхмәт!
(Алҡыштар)
Тантаналы йыйылышҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәй Геройҙарының ғаиләләре саҡырылған. Әйҙәгеҙ, уларҙы сәләмләйек!
(Алҡыштар)
Хөрмәтле иптәштәр!
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарыбыҙ сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Бер ветеран да ҡалмаған төбәктәр ҙә бар. Ә беҙҙә бөгөн – 58 фронтовик, уларға оҙон ғүмер теләйбеҙ. Бөгөн беҙҙең менән – Шишмә районынан берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Солтан Хәмәтғәли улы Хәйҙәров. Әйҙәгеҙ, уны сәләмләйек!
(Алҡыштар)
Һәр һуғыш – ул юғалтыуҙар тигән һүҙ. Һәләк булған Ватан һаҡсыларының яҡты иҫтәлеген бер минут тынлыҡ менән иҫкә алайыҡ.
(Бер минут тынлыҡ)
Хөрмәтле иптәштәр!
Һуғыш йылдарында Башҡортостан «икенсе Баҡы»ға, нефть сығарыу һәм эшкәртеү, оборона сәнәғәте үҙәгенә әйләнә. Беҙгә илдең көнбайыш төбәктәренән тиҫтәләгән заводтар эвакуациялана. Ә бөгөн беҙҙең нефть эшкәртеү предприятиелары һәм хәрби-сәнәғәт комплексы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кеүек үк, фронт талап иткән йөҙләгән төр продукция сығара.
Башҡортостан пилотһыҙ авиацияны үҫтереү буйынса өс лидер иҫәбенә инә. Беҙ яугирҙарыбыҙ өсөн 12 мең FRV-дрон оҙаттыҡ та инде. Мин республиканың был йәһәттән иң алдынғы предприятиеларын генерал Шайморатов ордены менән бүләкләргә ҡуштым.
(Алҡыштар)
Ҡәҙерле дуҫтар!
Тап фронтовиктарҙың ҡаһарманлығы һәм тыл эшсәндәренең фиҙаҡәр хеҙмәте Икенсе донъя һуғышының һөҙөмтәһен билдәләгән. Ә беҙ уларға рәхмәт әйтергә, иҫән саҡтарында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ.
Бөгөн илебеҙгә ҡаршы көслө мәғлүмәти һуғыш бара. Беҙ бер ҡасан да тарихи хәҡиҡәтте боҙоп күрһәтеүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ һәм бының өсөн көрәшәсәкбеҙ.
Республика музейҙары махсус хәрби операция геройҙарының шәхси әйберҙәре, наградалары, документтары, ҡоралдары, хәрби техника өлгөләре менән тулылана. Яҙыусыларыбыҙ, журналистарыбыҙ, рәссамдарыбыҙ, йәмәғәтселәребеҙ мөһим эш алып бара. Уҙған йылда беренсе тапҡыр Ватан һаҡсылары тураһындағы иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн премия тапшырҙыҡ.
Бөгөнгө йәмәғәт именлеген тәьмин итеү төп бурыс булып тора. Көс структураларыбыҙға – айырым рәхмәт һүҙҙәре. Һеҙ беҙҙе террористик һөжүмдәрҙән ышаныслы һаҡлайһығыҙ. Рәхмәт йөҙөнән баш эйәбеҙ һәм яҡшы хеҙмәт теләйбеҙ!
(Алҡыштар)
Ҡәҙерле фронтовиктар һәм тыл хеҙмәтсәндәре, һеҙҙең алда түбәнселек менән баш эйәбеҙ! Тыныс күк йөҙө, сәләмәтлек һәм иң изге теләктәр! Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар! Бөйөк Еңеү көнө менән!
***
Радий Хәбиров шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, төбәк предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантаналы йыйылышты республиканың ижади коллективтарының байрам концерты дауам итте.