газета "Салауат"
+25 °С
Облачно

Илгә тыныслыҡ килтергән байрам

Бөйөк Еңеү байрамы Татьяна Антоновна Гаштованы ҡотларға уның йортона ҡала Советы депутаттары, ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм ведомствонан тыш һаҡ бүлеге вәкилдәре килде.

Илгә тыныслыҡ килтергән байрамИлгә тыныслыҡ килтергән байрам
Илгә тыныслыҡ килтергән байрам

- Һеҙ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән ошо илде тергеҙгәнһегеҙ. Һеҙгә республика башлығы Радий Хәбировтың да ҡотлауын еткерәм. Ныҡлы һаулыҡ, беҙҙе  шатландырып оҙаҡ йылдар йәшәүегеҙҙе теләйем, - тине үҙ ҡотлауында ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин.
Татьяна Гаштоваға ҡала Советы депутаты Андрей Ғәзиев та мөрәжәғәт итте:
- Депутаттар корпусы, Совет рәйесе Алексей Соболевтың һәм үҙемдең исемдән һеҙҙе яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлайым! Һаулыҡ, оҙон  ғүмер теләйбеҙ.

Татьяна Гаштова 1942 йылдың ғинуарында хәҙерге Ҡырым Республикаһының Коктебеле ҡасабаһында тыуған. 1943 йылда немецтар баҫып алғас, ирҙәре партизан булған бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы  Германияға ебәрәләр. 1945 йылдың майында уларҙы совет ғәскәрҙәре азат итә һәм ҡабаттан Ҡырымға ебәрә. Унда улар күптән көтөлгән Еңеүҙе ҡаршылай. Аҙаҡ улар Ишембайға, ә унан төҙөлөп ятҡан Салауатҡа күсенә.

Илгә тыныслыҡ килтергән байрам
Илгә тыныслыҡ килтергән байрам
Автор:Дина Галеева
Читайте нас