газета "Салауат"
+25 °С
Облачно

Еңеү яҙы килә Тыуған илгә!

Салауатта 7 майҙа «Ветеран йорто алдында парад» Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Никифор Игнатьевич Елисеевтың йорто алдында ла уҙҙы.

Еңеү яҙы килә Тыуған илгә!Еңеү яҙы килә Тыуған илгә!
Еңеү яҙы килә Тыуған илгә!

Йәш армиясылар һәм гимназистар аҙымдарын ныҡлы баҫып үтте, концерт программаһын Салауат башҡорт драма театры актерҙары әҙерләгәйне. Һуғыш йылдары йырҙары тантаналы телмәрҙәр, йылы ҡотлауҙар һәм ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллиндан, ҡала прокуроры урынбаҫары Денис Саниевтан, Башҡортостандың яза үтәүҙе күҙәтеү буйынса прокурор урынбаҫары Ринат Вәлитовтан изге теләктәр менән аралашып барҙы.
Был көндө Никифор Игнатьевичты һәм уның тормош иптәше Матрена Анисимовнаны ҡотларға ҡала Советы депутаттары, ҡала хакимиәте бүлектәре һәм идаралыҡтары хеҙмәткәрҙәре,  ветерандар ойошмалары һәм йәмәғәт хәрәкәттәре ағзалары килде. Парадта ҡатнашыусылар барыһы ла хөрмәтле ветерандарға сәскәләр һәм бүләктәр тапшырҙы. 
-16 апрелдән алып Берлинға ҡаршы хәл иткес һөжүм башланды. 200 километрға яҡын арауыҡта ҡатыһуғыштар барҙы. Дошман бирешмәне, ләкин совет ғәскәрҙәре ышаныслы алға ынтылды. Был алыш тарихтағы иң ҙур бәрелеш булараҡ Гиннесстың рекордтар китабына инде. Мин ошо операцияла ҡатнашыуым һәм Берлинға  барып етеүем менән ғорурланам, - тип иҫкә алды ветеран.

Фронтҡа киткәндә Никифор Игнатьевичҡа 17 йәш була. Өсөнсө танк армияһында элемтәсе булып хеҙмәт итә, Берлинға етә.1950 йылға тиклем Австрияла һәм Чехословакияла аяҙ күк йөҙө өсөн алыша. Еңеү көнөн хәрби госпиталдә ҡаршы ала, ни өсөн тигәндә бөйөк байрам алдынан, 1945 йылдың 27 апрелендә, ул ҡаты яралана. 1952 йылда ҡатыны Матрена Анисимовна менән ғаилә ҡоралар. Улар 74 йыл бергә татыу ғүмер кисерә, өс улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бирәләр.

Еңеү яҙы килә Тыуған илгә!
Еңеү яҙы килә Тыуған илгә!
Еңеү яҙы килә Тыуған илгә!
Еңеү яҙы килә Тыуған илгә!
Автор:Дина Галеева
Читайте нас