

Был көндө Николай Степановичтың өйөнә сәскәләр, бүләктәр һәм иҫтәлекле сувенирҙар тотоп ҡала Советы депутаттары, ҡала хакимиәте һәм Росгвардия вәкилдәре килде.
- Николай Степанович! Һеҙҙе яҡынлашып килгән 9 Май байрамы менән ҡотлайбыҙ! Еңеү, тыныс тормош бүләк иткәнегеҙ, һуғыштан һуң илде тергеҙгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм оҙон ғүмер теләйем, - тине ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин.
Ветеран шулай уҡ ҡала Советы депутаттары Михаил Гусятниковтан, Кристина Гейконан һәм Альберт Солтановтан ҡотлауҙар ҡабул итте.
Николай Степанович хәрби хеҙмәтен рядовой булып башлай. Бөйөк Ватан һуғышында беренсе Украина фронты составында 27-се тимер юл бригадаһының айырым батальоны яугиры булып ҡатнаша. Салауатҡа ул 1960 йылда күсеп килә, комбинатҡа эшкә урынлаша, унда утыҙ йылдан ашыу намыҫлы хеҙмәт итә.