

Оҫталыҡ дәресен көмөш ирекмән Нина Семенова үткәрҙе. Ул һәр эш алымын ентекле аңлатты, ярҙам кәрәккәндәргә булышты.
- Бындай сараны элек үҙебеҙҙең көмөш ирекмәндәр араһында ғына уҙғара инек. Быйыл беҙгә ҡала Советы депутаты Альберт Солтанов ветерандарға брошкалар әҙерләү тәҡдиме менән сыҡты һәм сарала ҡатнашыусылар өсөн иркенерәк бина тәҡдим итте. Шуға күрә бер нисә быуынды берләштерергә ҡарар иттек һәм сараға йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә саҡырҙыҡ. Брошканы һәр кем үҙе менән ала, яҡынына йәки ветеранға бүләк итә ала. Уларҙың бер өлөшөн мотлаҡ ветерандарға тапшырасаҡбыҙ, - тип уртаҡлашты Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб етәксеһе Илвира Анпилогова.
- Акцияның төп маҡсаты - йәш быуынды патриотик тәрбиәләү. Бында улар шулай уҡ ҡул эшенә лә өйрәнә, сөнки брошка яһау - сабырлыҡ һәм теүәллек талап иткән ҡатмарлы процесс. Бындай осрашыуҙар кәрәк һәм мөһим. Улар барыһын да берләштерә. Брошкалар тиҙҙән парадта ветерандарҙың күкрәгендә балҡыр, - тип уртаҡлаша ҡала Советы депутаты Альберт Солтанов.
Әйткәндәй. оҫталыҡ дәресендә депутаттың тотош ғаиләһе: ҡатыны Руфина, улы Рамзан, ҡыҙы Мәликә ҡатнашты.
«Ворчун» позывнойлы яугир хеҙмәткә 2022 йылдың сентябрендә хеҙмәткә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырыла.
- Мобилизацияға тиклем «Газпромнефтехим Салауат» компанияһында ҡотҡарыусы булып эшләнем. Алғы һыҙыҡта беҙҙең эшебеҙгә битараф булмағандарҙың ярҙамын тойоу мөһим. Беҙгә гуманитар ылау менән бергә балалар хаттары ла килә, улар күңелдәрҙе йылыта. Бөгөнгө оҫталыҡ дәресендә теләп ҡатнашам. Был ябай биҙәүес кенә түгел, ә атабабаларыбыҙ беҙгә бүләк иткән Еңеү тураһында иҫтәлек символы. Бындай акциялар бик кәрәк. Ул еңеүҙең ниндәй хаҡ менән бирелеүен хәтерләтеп тора. Тыныс тормош хаҡына үҙ ғүмерҙәрен аямаған батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ, - тине яугир.
Миләүшә Ибраһимова сараға ҡыҙы Милена менән килгәйне.
- Бындай саралар мотлаҡ кәрәк, тип иҫәпләйем. Беҙ Еңеү һәм мәңгелек хәтер билдәһен үҙ ҡулдарыбыҙ менән генә эшләп ҡалмайбыҙ, ә балаларыбыҙға ата-бабаларыбыҙҙың батырлығына хөрмәт һәм илһөйәрлек тәрбиәләйбеҙ. Ойоштороусыларға ошондай кәрәкле осрашыу үткәргәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Минең ҡыҙым шашка уйнарға ярата. Балалар баҡсаһында беренсе урынды алды, артабан ҡала этабында икенсе урын яуланы. Һуңынан беҙҙе Өфөгә саҡырҙылар, сәфәрҙе ҡала Советы депутаты Альберт Солтанов ойошторҙо. Тап шунда ул беҙгә был акция тураһында һөйләне һәм беҙ ихлас күңелдән ҡушылдыҡ,- тип уртаҡлашты Миләүшә Ибраһимова.