газета "Салауат"
+25 °С
Облачно

Бөйөк Еңеүгә дан!

7 майҙа Салауатта «Ветеран йорто алдында парад» уҙҙы. Ул көндө Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Антонович Пискаревты ҡотларға һәм рәхмәт белдерергә ҡала хакимиәтевәкилдәре, ҡала Советы депутаттары, махсус хәрби операция яугирҙары һәм башҡалар килде.

Бөйөк Еңеүгә дан!Бөйөк Еңеүгә дан!
Бөйөк Еңеүгә дан!

- Владимир Антонович, һеҙҙе яҡынлашып килгән ҙур байрам менән ҡотлайбыҙ. Ергә Еңеү килтергәнегеҙ һәм  ҡалабыҙ үҫешенә индергән өлөшөгөҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ, - тине ветеранды сәләмләп ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин.
Башҡалар ҙа уның ҡотлауына ҡушылды.
Ветеран өсөн музыкаль бүләктәрҙе «Беҙҙең театр» рус йәштәр театры артистары әҙерләгәйне, художество етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рауил Хәкимов. Улар һуғыш йылдары йырҙарын ихлас башҡарҙы. Балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Данияр Саттаров та аккордеонда уйнап, матур сығыш  яһаны.


Владимир Пискарев һуғышҡа 17 йәшендә китә, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Квантун армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Япония капитуляцияһынан  һуң Владимир Антонович тағы ла биш йыл элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә һәм Пхеньян - Мәскәү хөкүмәт телефон линияһы өсөн яуаплы була. Өйөнә ҡайтҡас, тыуған ауылында электрик булып эшләй. Ә бер аҙҙан Салауатҡа күсеп килә һәм ҡалала электр энергияһы тармағында хеҙмәт юлын дауам итә. 

Бөйөк Еңеүгә дан!
Бөйөк Еңеүгә дан!
Бөйөк Еңеүгә дан!
Автор:Дина Галеева
Читайте нас