газета "Салауат"
+24 °С
Облачно
Барыһы ла Еңеү өсөн
7 Апреля 2025, 15:00

Һалдаттарға - өй туҡмасы

Алғы һыҙыҡтағылар өсөн тыуған төйәк менән бәйләнеш, беҙҙең ярҙам, хәстәрлек һәм иғтибар бик мөһим. Ҡала халҡы быны яҡшы аңлай һәм һәр кем яҡташ яугирҙарыбыҙға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә ынтыла. Салауат ағинәйҙәре лә фронҡа үҙ өлөшөн индерергә тырыша.

Һалдаттарға - өй туҡмасыҺалдаттарға - өй туҡмасы
Һалдаттарға - өй туҡмасы

- Бисмиллаһи-рахмани-рахим. Ниәтебеҙҙе ошолай бисмилла менән, һалдаттарыбыҙға физик көс, ҡоростай һаулыҡ, иҫән-аман тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләп эшебеҙҙе башлайыҡ, - тип Ғәзимә Күскилдина ҙур ғына һауытта ҡамыр әҙерләй башланы.
Ошолай матур ниәттәр менән Салауат инәйҙәре үҙ эштәрен башлап ебәрҙе. Улар алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә ебәрер өсөн туҡмас ҡырҡырға йыйылған. Изге күңелле хужабикәләр был эшкә ҡулдарының йылыһын, күңел хәстәрлеген һалып башҡара. Шулай ҙа туҡмастың тәмле килеп сығыуында иң мөһиме ауыл йомортҡаһын ҡулланыу отошлораҡ, тиҙәр апайҙар.


- 800 грамм онға ярты стакан йылы һыу, биш йомортҡа, ауылдыҡы булһа бигерәк тә һәйбәт, кәрәк була. Барыһын бергә ҡушып оҙаҡ ҡына итеп баҫабыҙ, аҙаҡ ҡамырға ипләп кенә бармаҡ менән баҫып ҡарайбыҙ, өлгөргән булһа матур ғына булып бармаҡ эҙҙәре ҡалып тора, - тип кәңәштәрен бирә Миннира Ғиззәтова.
Сарала «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы, «Мираҫ» фольклор һәм «Оҫта ҡулдар» клубтары ағзалар ҡатнашты. Шулай күмәкләшеп тотонғас, эш ырамлы барҙы: берәүҙәр ҡамыр баҫып торҙо, икенселәр йәйҙе, өсөнсөләр кибеү менән уларҙы ҡырҡа ла башланы. Аҙаҡ туҡмастар киптерелеп, гуманитар ярҙам ебәргәндә ҡаптарға тултырып оҙатыласаҡ.


- Махсус хәрби операция яугирҙарына нисек тә ярҙам итеү идеяһы күптән бар ине. Башта окоп шәмдәре эшләй башлайыҡ тип уйлаштыҡ, әммә китапханала уларҙы эшләргә мөмкинселек юҡ. Шуға ла апайҙар менән кәңәшләшеп, туҡмас киҫергә булдыҡ. Икенсе тапҡыр йыйылдыҡ, изге эш яйлы, матур ғына бара, - тип һөйләй “Мираҫ” тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы мөдире Гөлназ Ҡорманова.
Ысынлап та, өй йылыһын һәм тәмле аш-һыуҙы һағынған яугирҙарға баҫыу шарттарында аш бешергәндә туҡмас бик тә кәрәкле ризыҡ. Бындай күстәнәс тиҙ генә боҙолоп та бармай.


- Инде һуғыштың барғанына ла бер нисә йыл булып китте. Мин үҙем кисә генә Белорет районынан килдем апайымдың улы ялға ҡайтҡайны, уның менән осрашып алдыҡ. Был һуғыш һәммәбеҙҙең дә ғаиләһенә ҡағылып өлгөрҙө. Егеттәребеҙҙең иҫән йөрөп ҡайтыуҙарын теләйем. Беҙҙең ебәргән туҡмастарҙы ашап, үҙебеҙҙең Башҡортостанды иҫкә төшөрөп, тиҙерәк еңеп ҡайтһындар, - тип һөйләй «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Буранғолова.


Апайҙар туҡмас ҡырҡыу менән генә туҡталып ҡалмай икән, өйҙәрендә йөн ойоҡтар бәйләй, хаттар яҙа, ирекмәндәр менән маскировка селтәрҙәре үреүҙә лә ҡатнаша. Һәм быны салауаттар әлеге кеүек, күңел йылыһын һәм изге доғаларын уҡып ҡына башҡара. Был инде үҙ сиратында, илебеҙҙе һаҡлаған яугирҙарыбыҙға көс-ҡеүәт өҫтәй, еңеү менән ҡайтырға ышанысты арттыра.
Сөмбөл Шәйәхмәтова.
Автор фотоһы.

Һалдаттарға - өй туҡмасы
Һалдаттарға - өй туҡмасы
Һалдаттарға - өй туҡмасы
Һалдаттарға - өй туҡмасы
Һалдаттарға - өй туҡмасы
Һалдаттарға - өй туҡмасы
Һалдаттарға - өй туҡмасы
Һалдаттарға - өй туҡмасы
Һалдаттарға - өй туҡмасы
Автор:
Читайте нас