Фронттағыларға ярҙам итәбеҙ
«Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай» саҡырыуы күптән инде киң таралды. Фронт яугирҙәре Башҡортостандың үҙ егеттәре хаҡында хәстәрлек күреүен, һәр ваҡыт кәрәкле әйберҙәр туплап гуманитар ярҙам ебәреүен белә, ә уларҙың ғаиләләре бер нимәгә лә мохтаж түгел. Күп кенә хәрби хәбәрселәр, Башҡортостандың фронтҡа һәм яугирҙәргә ярҙамы – илдә иң яҡшыларҙың береһе, тип билдәләй.
Беҙ тәүгеләрҙән булып 2022 йылда гумконвой ебәрҙек, ә бөгөнгә уларҙың һаны 144-кә етте. Бынан тыш, бөтә республиканан предприятиелар, муниципалитеттар, битараф булмаған кешеләр алғы һыҙыҡҡа кәрәкле посылкалар ебәрә. Барлыҡ район башлыҡтары Донбассҡа барып, яҡташтарының хәл-әхүәлен белешеп тора. Башҡортостан гуманитар ярҙам ташыуҙың үҙ системаһын булдырған: ЛХР-ҙа беҙҙең логистик үҙәк эшләй, алып барылған ярҙам заявкаларға һәм ихтыяжға ярашлы бүленә.
Беҙҙең табиптар сиратлап хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ла, урындағы халыҡҡа ла ярҙам итергә бара, унда хатта теш дауалау өсөн заманса стоматология модуле алып барылған. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар отрядтары МХО биләмәһендәгехәрби госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡарарға ярҙам итә.
Тылда ла эш тынмай
Бында, тылда, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған, улар иҫәбендә – шифаханаларҙа бушлай дауаланыу, балаларға белем биреү, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һәм башҡалар. Бер генә хәрбиҙең дә ғаиләһе иғтибарһыҙ ҡалмаған.
Радий Хәбиров был процесты үҙе контролдә тота, ул бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы, алғы һыҙыҡта булды, яугирҙәрҙең шатлыҡ-хәсрәттәре тураһында белеү өсөн улар менән даими аралаша.
Контракт хеҙмәте
Башҡортостан контракт хеҙмәтенә ҡабул итеүҙе ойоштороу һәм халыҡ менән патриотик һәм аңлатыу эштәре алып барыу буйынса өлгө булып тора. Мобилизация әҙерлеген яҡшы ойоштороу буталсыҡҡа юл ҡуймаҫҡа ярҙам итте, ә һуңынан республикабыҙ илебеҙҙе яҡларға әҙер булыуын эш менән иҫбатланы. Республикала доброволецтар иҫәбенә хәҙер инде билдәлелек яулаған Салауат Юлаев, генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары, һуңынан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы ойошторолдо. Республиканан доброволецтар ағымы бөгөнгәсә туҡтамай.
Яугирҙәрҙе тыныс тормошҡа әҙерләйбеҙ
Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың тыныс тормошҡа яраҡлашыу системаһы әүҙем үҫтерелә. Был йүнәлештә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы ҙур эш башҡара. Оборона министры урынбаҫары, дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева әйтеүенсә, Башҡортостанда фондтың эшен ойоштороу тәжрибәһе, атап әйткәндә, бер юлы бер нисә ҡалала ярҙам үҙәктәре асыу – үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле алым, шуға күрә уны башҡа төбәктәргә лә таратырға ниәтләйҙәр.
«Геройҙар ваҡыты» федераль проекты өлгөһөнә эйәреп, республикабыҙҙа «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы эшләй башланы. Ошо программаға ярашлыМХО-ла ҡатнашыусылар араһынан төрлө кимәлдәге предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, власть органдарында эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәктәр. Тәүге аҙнала уҡ меңгә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдереп ғариза биргән. Был проекттың ихтыяжлы булыуы хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров беренселәрҙән булып хәрби бурыстарын үтәү барышында уңыш ҡаҙанған МХО яугирҙәрен яуаплы вазифаларға тәғәйенләй башланы һәм киләсәктә лә быны эшләүен дауам итәсәген белдерҙе. Ул шәхсән үҙе программала ҡатнашыусы бер нисә егеттең остазы буласаҡ һәм уларҙы дәүләт идаралығы нескәлектәренә өйрәтәсәк.
Алексей Мухин, федераль эксперт:
- Төрлө сара үткәреү өсөн төп йөкләмә һәм яуаплылыҡ Рәсәй төбәктәренең иңенә төшә. Башҡортостандың тәжрибәһен өйрәнеп, республикала мобилизацияланғандарҙы һәм контрактсыларҙы гуманитар ярҙам менән тәьмин итеүҙең үҙ инфраструктураһын төҙөй алыуын билдәләп үткем килә. Луганск Халыҡ Республикаһында фронттың бөтә йүнәлештәрендә лә Башҡортостанда тыуғандарҙы гуманитар ярҙам менән тәьмин итеү буйынса логистик үҙәк эшләй.Башҡортостан Республикаһы 2022 йылда гуманитар конвой ебәргән тәүге төбәк булды, республика поликлиникаларынан бер нисә табип бригадаһы килде һәм хатта тештәрҙе дауалау өсөн автономлы стоматология модуле ебәрелде. Шифаханаларҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү инфраструктураһы һәм хужалыҡ-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү булдырылды.
Салауат ҡалаһының «Аҡ ҡалфаҡ» татар ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһе етәксеһе Вәсилә Бәширова, ирекмән:
- Беҙ маскировка селтәрҙәрен үреү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу өсөн бина алғас күмәкләп эшкә тотондоҡ. Тәүҙә беҙ иғландар яҙып, йорттарҙың подъездарына йәбештереп сыҡтыҡ, хәҙер кешеләр килә һәм ихлас ярҙам итә. Беҙ үҙебеҙ генә булдыра алмаҫ инек, ябай кешеләрҙән тыш, ойошма, предприятиеларҙан ярҙам итеүсе кешеләр бар.
Башлыса беҙҙә пенсия йәшендәге салауаттар йыйыла, улар өсөн был шөғөл күңел талабы. Мин арабыҙҙа ярҙам итергә теләгән кешеләр күп булыуына ғәжәпләндем: кемдер аҡса бирә , кемдер эш башҡара, кемдер аҙыҡ-түлек, кемдер алып килә. Хатта пенсияһы бәләкәй булғандар ҙа, бер нисә ойоҡбаш һатып алып килтерә. Һаулығы насар булыу сәбәпле маскировка селтәрҙәре үрә алмаһа ла, тәмлекәстәр бешереп һыйлап, эш менән мәшғүл булған һәр кемде дәртләндереп тороусылар ҙа бар. Беҙҙең эшмәкәрлек күп яҡлы. Мәҫәлән, Мәрйәм исемле ҡатын үҙенең туғандары, таныштары менән госпиталдәр өсөн яҫтыҡтар, мендәрҙәр тегә. Беҙ уларҙы ебәрҙек тә инде, бөгөнгө көнгә тағы ла 300 мендәр, өҫтәүенә яҫтыҡтар һәм юрғандар тегелгән.
Ишембайҙан, Өфөнән таныш-белештәр беҙгә материалдар ебәрә. Уҡыусылар яугирҙарға хаттар яҙа. Яугирҙар был уларға рухи яҡтан ярҙам итә, тиҙәр. Православие динендәгеләр иконалар, мосолмандар кеҫәлә, муйынға тағып йөрөтөрлөк кенә доғалар килтерә. Халҡыбыҙ бик ярҙамсыл, барыһы ла изге эш хаҡына берләшергә әҙер.
Әйткәндәй, Вәсилә Бәширова ошо көндәрҙә хәйриә ярҙамы күрһәтеүе, гуманитар ярҙамды ойоштороуға һәм ебәреүгә ҙур өлөш индергән өсөн ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу пунктын асыуҙа булышлыҡ итеүе өсөн ҡала Советы депутаттары Людмила Калининаға, Сергей Даниловҡа, «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең төп фондтарҙы сафҡа индереү бүлеге начальнигы Сергей Егоровҡа, «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең инвестициялар һәм капиталь төҙөлөш буйынса директоры Алексей Ефремовҡа, «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ғайса Ваһаповҡа рәхмәт хаттары тапшырылды.
- Һуңғы йылдарҙағы ваҡиғалар беҙҙе һүҙ менән түгел, ә ысынбарлыҡта үҙ позицияһын күрһәткәндәрҙе ҡәҙерләргә һәм һаҡларға өйрәтте. Күптән түгел «Аҡ ҡалфаҡ» йәмәғәт ойошмаһы активистары менән таныштым - үҙешмәкәрлектән тыш, был файҙалы хеҙмәт менән шөғөлләнгән ҡалабыҙ ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһе. Мин уларҙың ниндәй фиҙаҡарлек менән маскировка селтәрҙәре бәйләүҙәрен, постель тегеүҙәрен, окоп шәмдәре эшләүҙәрен, ойоҡбаш бәйләүҙәрен күрҙем. Махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙарға гуманитар ярҙам ойоштороуға ҙур өлөш индергән вайымһыҙ булмаған граждандарға рәхмәт әйтергә теләйем, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡала хакимиәте башлығы Альберт Моталов оператив кәңәшмәлә рәхмәт хаттарын тапшырғанда.