

Валерий Ибраһимовтың хеҙмәт юлы - тоғролоҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө. 1980 йылда йәш белгес булараҡ 20-се медсанчастьҡа килгән егет, тиҙҙән анестезиология һәм реанимация бүлегенә эләгә. Тәрән белеме, ауыр мәлдәрҙә юғалып ҡалмайынса, тиҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү һәләте уны коллективта тиҙ арала абруйлы итә. 1993 йылда ул бүлек етәксеһе итеп тәғәйенләнә һәм бына инде 33 йыл дауамында 30-ҙан ашыу белгестән торған иң ҡатмарлы подразделениены уңышлы етәкләй.
Реанимация - медицина үҙәгенең «йөрәге». Йыл һайын бында меңдән ашыу ауыр хәлдәге пациент дауалана. Валерий Ибраһимов етәкселегендә бүлексәлә заманса технологиялар индерелә: Башҡортостандың көньяғында тәүгеләрҙән булып ингаляцион түбән ағымлы анестезия ҡулланыла башлай, ә 2013 йылдан стоматологик һәм эндоскопик операциялар ваҡытында яңы анестезиологик методикалар үҙләштерелә.
Һәр ваҡыт заманса медицина менән бергә атлар өсөн Валерий Ибраһимов Мәскәү, Санкт-Петербург, Иркутск, Ырымбур һәм Өфөнөң дипломдан һуң белем биреү институттары базаһында уҡый. Ул - Башҡортостан анестезиологтар ассоциацияһының әүҙем ағзаһы, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа һәм семинарҙарҙа даими ҡатнаша.
Уның һаулыҡ һаҡлауға индергән өлөшө маҡтау грамоталары, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, «Медсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. 2006 йылда уны «Рәсәй профессионалы» миҙалы менән бүләкләйҙәр. 2016 йылда ул «Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһен алды. Уның өсөн иң мөһим наградаларҙың береһе - «Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы» исеме, ул яҡташтарының тәрән ихтирам итеүе хаҡында һөйләй.
Ибраһимовтар - медицина династияһы. Тормош иптәше Любовь Ибраһимова - офтальмолог, ә ҡыҙҙары Ольга, атаһының юлынан китеп, врач һөнәрен һайлаған.
- Бөтә бала сағым атайым менән больницала үтте. Һәм мин дә мотлаҡ табип буласағымды белә инем. Атайым минең өсөн өлгө. Ул эшһөйәр, иҫ киткес компетентлы кеше, уға кәңәш һорап коллегалары ғына түгел, башҡа ҡалаларҙан пациенттар ҙа килә, - ти Валерий Ибраһимовтың ҡыҙы Ольга.
«Медсервис» директоры Евгений Кудрин Валерий Ибраһимовты учреждениеның легендаһы тип атай. 46 йыл бер стена эсендә, 33 йыл реанимация башында - был һоҡланғыс тотороҡлолоҡ күрһәткесе. Ул тик белгес кенә түгел, ә тиҫтәләгән йәш табипты тәрбиәләп үҫтергән остаз да.
- Меңәрләгән ҡотҡарылған ғүмерҙәр - бына уның эшенең төп һөҙөмтәһе, - тип билдәләй Евгений Кудрин.