Һаулыҡ һаҡлау
24 Августа , 05:07

Төҙөкләндереү эштәре нисек бара?

Март аҙағынан алып Чапаев урамы, 12 адресы буйынса урынлашҡан 2-се поликлиникала киң күләмле ремонт бара. Бөгөнгө көндә бинаның тышҡы йөҙө һәм беренсе ҡаттың эске күренеше танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.

Төҙөкләндереү эштәре нисек бара?Төҙөкләндереү эштәре нисек бара?
Төҙөкләндереү эштәре нисек бара?

Ҡала дауаханаһының баш табибы Азат Ҡотоев төҙөлөш майҙанына килеп, эштәрҙең барышын шәхсән күҙәтте. Ул подрядсыларҙың эшенә баһа биреп, төп иғтибарын пациенттар өсөн уңайлылыҡтарға йүнәлтте.
- Беҙ навигация системаһын ентекләп тикшерҙек. Кешеләргә поликлиника эсендә йөрөү еңел булһын өсөн, күрһәткестәрҙе аңлайышлы итергә тырышабыҙ. Әлегә ҡайһы бер ваҡ-төйәк етешһеҙлектәр бар, уларҙы тиҙ арала төҙәтәсәкбеҙ, - тине Азат Ҡотоев.
Алдыбыҙҙағы төп бурыс - бүлексәләрҙе сифатлы итеп йыһазландырыу һәм уларҙы пациенттарҙы ҡабул итергә әҙерләү. Баш табип билдәләүенсә, төп маҡсат - медицина хеҙмәткәрҙәре һәм килеүселәр өсөн заманса, хәүефһеҙ һәм уңайлы мөхит булдырыу.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас