

Ул Өфөлә тыуып үҫкән. 2014 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын, 2017 йылда «Йоғошло ауырыуҙар» һөнәре буйынса ординатураны уңышлы тамамлай.
Эдуард Балағотдинов үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 2015 йылда баш ҡаланың 4-се дауаханаһының балалар инфекция бүлегендә башлай. 2020 йылда Өфө районының Зубово ауылында ковид-госпиталдең инфекция бүлеге мөдире була, унда пациенттарға коронавирус менән көрәшергә ярҙам итә. 2023 йылда «Ауыл табибы» дәүләт программаһында ҡатнашып, Ауырғазы районының Талбазы үҙәк район дауаханаһында эшләй башлай.
- Минең тәжрибәм һәм белемем дауаханалағы бәләкәй һәм өлкән пациенттарыбыҙҙың һаулығын һаҡларға ярҙам итер, тип ышанам, - тип табиптың Һүҙҙәрен килтерәләр Салауат ҡала дауаханаһының матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ауыл табибы» программаһы «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә 2012 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторолдо.
Земфира ҒӘФҮРОВА.
Фото Салауат ҡала дауаханаһының матбуғат хеҙмәтенән.