Һаулыҡ һаҡлау
17 Июля , 11:12

Врачтарға - ярҙам, ҡала халҡына - сәләмәтлек

Салауат ҡалаһы хакимиәте һәм үҙәк дауахана етәкселеге медициналағы кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй: ҡалаға йәш һәм тәжрибәле белгестәр йәлеп ителә, уларҙы ҡалала ҡалдырыу маҡсатында махсус түләү программалары, остазлыҡ системаһы ла тормошҡа ашырыла.

Врачтарға - ярҙам, ҡала халҡына - сәләмәтлекВрачтарға - ярҙам, ҡала халҡына - сәләмәтлек
Врачтарға - ярҙам, ҡала халҡына - сәләмәтлек

Былтырҙан ҡалала яңы ғына эш башлаған врачтарға аҡсалата түләү программаһы ғәмәлдә. Был - ҡала тарафынан йәш белгестәргә лә, тәжрибәле медиктарға ла, үҙенең профессиональ тормошон Салауатта төҙөргә теләгәндәрҙең барыһына ла күрһәтелгән ярҙам. Һөҙөмтә бар - ошо программа ярҙамында ҡала дауаханаһының штаты 30 табипҡа тулыланған.
- Беҙҙең бурыс - табиптар бында эшләһен, үҙ тормоштарын Салауат менән бәйләһен өсөн барыһын да эшләү, - тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин. - Әле тағы ла биш белгес өсөн түләүҙәр тураһында ҡарар ҡабул ителде. Эш дауам итәсәк.
- Беҙ ҡаланың ярҙам программаһынан реаль файҙаны күрәбеҙ. Бер йыл эсендә 30 яңы табиптың килеүе - ул отчет өсөн генә статистика һандары түгел. Был терапия, хирургия, педиатрия кеүек мөһим бүлектәрҙә кадрҙар дефицитын ябырға мөмкинлек бирә. Етәкселәр өсөн белгесте бер тапҡыр бирелә торған түләү менән йәлеп итеү генә түгел, ә уны оҙайлы ваҡытҡа ҡалала ҡалдырыу өсөн шарттар тыуҙырыу ҙа мөһим. Шуға остазлыҡ системаһын да ойошторабыҙ, йәш врачтар һөнәри яҡтан  үҫешһен өсөн юлдар асабыҙ. Тәжрибәле коллегаларғазаманса ҡорамалдар һәм эш өсөн уңайлы мөмкинлектәр булдырабыҙ. Тағы ла биш белгескә ярҙам тураһында ҡарар ҡала беҙҙең ихтыяждарыбыҙҙы ишетә һәм аңлай, тигәнде аңлата, - ти медицина бүлеге буйынса баш врач урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Ғәлимов.

Фото Марат Зәһиҙуллиндың «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас