

- 10 июлдә беҙҙең Медицина профилактикаһы үҙәгендә төнгө диспансеризация үтте. Медицина персоналы ҡала халҡы эштән һуң үҙ һаулығын тикшертә алһын өсөн киске ваҡытта эшләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, диспансеризация «Оҙайлы һәм әүҙем тормош»милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Төп маҡсаты - ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡлау, шул ваҡытта уларҙы дауалау яҡшы һөҙөмтә бирә, - ти Сәләмәтлек үҙәге мөдире вазифаһын башҡарыусы Эдуард Балағотдинов.
Акцияла ҡатнашыусының һәр ҡайһыһы отторошһоҙлотереяла бәхетен һынап ҡараны һәм бүләктәр: тикшеренеүҙәргә сертификаттар, шулай уҡ брендлы стакандар отто.
Ул кисте үҙ сәләмәтлегенә битараф булмаған 20 кеше һаулығын тикшертте, уларҙың өсәүһе - профилактик медицина тикшереүе үткән, ҡалғаны - диспансеризация. Һөҙөмтәләр буйынса, дүрт кеше икенсе этапҡа - ентекле тикшеренеүгә ебәрелгән.
Дауахана етәкселеге был матур йоланы дауам итеп, сираттағыһын бөгөн үткәрә: Островский урамы, 2. Ваҡыты - киске 8-ҙән төнгө 12-гә тиклем.
Фото ҡала дауаханаһынан.