газета "Салауат"
+18 °С
Облачно
Һаулыҡ һаҡлау
3 Июля , 05:42

«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»

«Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә ҡала дауаханаһы «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә үткәргән «Оҙон ғүмерлелеккә юл» марафоны сиктәрендә ҡала халҡы бушлай һаулығын тикшертә алды.

«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»

Ул көндө сарала ҡатнашыусылар буйҙы, ауырлыҡты үлсәтергә, шәкәргә, холестеринға анализ бирергә, ЭКГ үтергә, күреү һәләтен тикшертергә була ине. Физик культура һәм спорт идаралығы  «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексы нормативтарын тапшырыу өсөн майҙансыҡ та ойошторғайны.
- Беҙҙең төп маҡсат - ауырыуҙарҙы иҫкәртеү. Сир ни тиклем иртәрәк асыҡланһа,  уны дауалауы ла еңелерәк була. Бындай саралар ыңғай һөҙөмтә бирә: быйыл ғына ошондай акциялар һөҙөмтәһендә биш меңгә яҡын ауырыу асыҡланды. Сәләмәтлек марафондары киләсәктә лә дауам итәсәк, - тип уртаҡлашты ҡала дауаханаһының баш врачы Азат Ҡотоев.
Ул көндө дөрөҫ туҡланырға ла өйрәттеләр.
- Ауырыуҙарҙың төп сәбәбе булып туҡланыу тора, - тип уртаҡлашты Сәләмәтлек  үҙәгенең шәфҡәт туташы Наталья Волкова. - Күберәк йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Йомортҡаны көнөнә икенән артыҡты ашарға ярамай, сөнки уның һарыһында холестерин бар. Тауыҡтың түш итен ҡулланыу кәңәш ителә, картуфты ҡабығы менән генә бешерергә кәрәк, сөнки унда йөрәк өсөн файҙалы калий бар. Бутҡаларҙы кәмендә 20 минут бешерелә торғандарын һайлайбыҙ.
Әхирәттәр Лилиә Ғөзәйерова менән Лилиә Таһирова ла ул көндө  бушлай диагностика үтеү мөмкинлегенән файҙаланған.
- Бындай марафондар бик кәрәк, сөнки күптәр дауаханаға барырға ваҡыт тапмай. Бөгөн  ҡан тапшырҙыҡ, ЭКГ үттек, холестеринды тикшерттек. Ябай ғына анализдар биреп, һаулыҡты контролдә тотоу мөһим. Был үҙең өсөн кәрәк бит, - тип уртаҡлашты улар.
Марафондың икенсе өлөшөндә йыйылыусылар ауырыуҙарҙың сәбәптәре һәм уларҙы нисек иҫкәртеү  тураһында белде. Унда Өфө ҡалаһының ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының баш врачы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ирина Карамова,  ошо дауахананың Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге етәксеһе Эмма Колчина ҡатнашты. Баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарҙы «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгенең «Дуҫлыҡ» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән ҡаршы алды.
Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирина Борисова сәләмләне:
- Салауат - эре сәнәғәт үҙәге, шуға күрә уның халҡының һаулығы айырым иғтибар талап итә. Бөгөн беҙ иң мөһим  нимә - һаулыҡ тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Ҡунаҡтарҙы сәләмләүемә шатмын!
Марафонда ҡатнашҡаны өсөн Ирина Борисова ҡала дауаханаһының «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге директоры Рауил Хәкимовҡа, фитнес-үҙәк етәксеһе Эльвина Батыршинаға, физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы урынбаҫары
Зөлфиә Кәримоваға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ирина Борисова «Ағиҙел» үҙәге директоры Рауил Хәкимовҡа сараны ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе, үҙәктең, ысын мәғәнәһендә, үҙенә тартып торған мәҙәни учреждение булыуын билдәләне.
«Дуҫлыҡ» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле һәм «Надежда» халыҡ вокаль ансамбленең сағыу сығыштары  барыһының да күңеленә хуш килде.
- Маҡсатыбыҙ - халыҡҡа һаулыҡты һаҡлау юлдарын күрһәтеп, уларға мөмкин тиклем оҙағыраҡ һәм бәхетле йәшәргә ярҙам итеү. Был эштә беҙгә 2030 йылға тиклем  ғәмәлдә булған «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙам итә. Уның төп бурысы - илдә көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем арттырыу. Барыһының да нигеҙендә сәләмәт тормош рәүеше ята, - тине Ирина Карамова.
Артабан ул инсульт, миокард инфаркты һәм ҡан баҫымын контролдә тотоу тураһында һөйләне, экранда барлыҡ хәүеф факторҙарын, иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын аныҡ күрһәтте. 

«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
«Ағиҙел»дә - «Сәләмәтлек марафоны»
Автор:Дина Галеева
Читайте нас