газета "Салауат"
+19 °С
Облачно
Һаулыҡ һаҡлау
15 Июня , 05:52

Балалар һаулығы һағында

Салауат ҡала дауаханаһы кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өҫтөндә эш алып барыуын дауам итә - учреждение штатына яңы врач-педиатр Дилара Нурыева ҡабул ителде.

Балалар һаулығы һағындаБалалар һаулығы һағында
Балалар һаулығы һағында

Ҡыҙ 2023 йылда «Педиатрия» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетын, 2025 йылда неонатология буйынса ординатура тамамлай.  2023 - 2024 йылдарҙа Дилара Нурыева Өфөнөң Дим поликлиникаһында, 2024 - 2026 йылдарҙа - баш ҡаланың 2-се Балалар поликлиникаһында врач-педиатр булып эшләй. Хәҙер Дилара Нурыева хеҙмәт эшмәкәрлеген Салауат ҡала дауаханаһында дауам итә һәм 11-се участкала бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер.
- Дилара Йәғәфәр ҡыҙы - төрлө йәштәге балалар менән эшләү тәжрибәһенә эйә, үҙ эшенә яуаплы ҡарашлы йәш табип. Уның профессионализмы һәм пациенттарға ҡарата һиҙгер мөнәсәбәте ҡалабыҙҙың педиатрия үҫешенә ҙур өлөш индерер, тип ышанабыҙ, - ти коллегалары.
Фото ҡала дауаханаһынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас