газета "Салауат"
+16 °С
Облачно
Һаулыҡ һаҡлау
22 Мая , 07:29

Йәшәү көсө сәләмәтлектә

Ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» республика акцияһы уҙҙы.

Йәшәү көсө сәләмәтлектәЙәшәү көсө сәләмәтлектә
Йәшәү көсө сәләмәтлектә

Парктың үҙәгендә ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре палаткаларҙан ысын дауахана ҡаласығы ойошторғайны. Бында интерактив медицина  майҙансыҡтары эшләне. Ҡала халҡы лаборатор тикшереүҙәр үтеп, холестеринға һәм шәкәргә ҡан тапшыра, буйҙы, кәүҙә ауырлығын үлсәтә, тән ауырлығы индексын иҫәпләтә, онкология һәм диспансеризацияның беренсе этабы буйынса анкеталар тултыра алды. Шулай уҡ ЭКГ үтергә һәм пульсоксиметрияны тикшертергә, терапевт һәм
эндокринологтан консультация алырға була ине. Белгестәр йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау темаларына ҡағылышлы мәғлүмәти материалдар ҙа таратты.
Бындай профилактик саралар, йәғни диспансеризациялау, граждандарҙың уңайлылығы өсөн ойошторола.
- Диспансеризация баштан уҡ сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн  барлыҡҡа килде, сөнки ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү күпкә еңелерәк,  арзаныраҡ, сөнки кеше табипҡа һаулыҡ торошона зарланғанда ғына килә. Бында бөтөнләй башҡа тикшереүҙәр тураһында һүҙ бара, сөнки башҡа белгестәргә күренергә кәрәк һәм тикшереүҙең оҙаҡҡа  һуҙылыуы ихтимал. Сир оҙаҡ ваҡыт үҙен һиҙҙермәйенсә үҫешеүе ихтимал, шуға күрә ваҡытында тикшереү үтеү мөһим, - тип һөйләне амбулатор эштәр буйынса баш врач урынбаҫары Лилиә Вәлиева.
Диспансеризация - һаулыҡты һаҡлауҙың мөһим ҡоралы: ул ауырыуҙар хәүефен баһаларға, уларҙы иртә  стадияла (онкология, диабет, йөрәк ауырыуҙары) асыҡларға мөмкинлек бирә, сөнки был осраҡта дауалау айырыуса һөҙөмтәле. Хатта һеҙ һау- сәләмәт тип табылһағыҙ ҙа, врач сир хәүефе факторҙарын асыҡлап, уларҙың үҫешен булдырмау өсөн нимә эшләргә кәрәклекте аңлата.

Татьяна ТИМОФЕЕВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас