газета "Салауат"
+15 °С
Облачно
Һаулыҡ һаҡлау
27 Апреля , 05:26

Ярты быуат медицинаға тоғролоҡ

Ҡала дауаханаһының 2-се поликлиника участка врачы, юғары категориялы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Галина Гусятникованың хеҙмәт кенәгәһендә Салауат ҡалаһы дауаханаһына эшкә ҡабул ителеүе тураһында бер генә яҙыу бар. Ярты быуатҡа яҡын ул ҡала халҡының һаулығы һағында тора.

Ярты быуат медицинаға тоғролоҡЯрты быуат медицинаға тоғролоҡ
Ярты быуат медицинаға тоғролоҡ

Был һөнәрҙе ул аңлы рәүештә һайлай, һәр ваҡыт врач булырға хыяллана. Әсәһе фельдшер була, күрәһең, был да йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Бала саҡта әхирәттәре менән йыш ҡына врач булып уйнайҙар: береһе - пациент, икенсеһе - врач. Салауат медицина училищеһын отличие менән тамамлағандан һуң Башҡорт медицина институтының дауалау факультетында уҡыуын дауам  итә. 1977 йылда, институтты тамамлағандан һуң, Салауатҡа эшкә ҡайта.
- Кешеләр менән эшләү - минең тәғәйенләнешем. Ҡайһы берҙә: «Һеҙҙең менән һөйләшкәс, еңел булып ҡалды», - тиҙәр. Был минең дә, уларҙың да кәйефен күтәрә.  Врач булыу өсөн, тәү сиратта, кеше менән аралаша, һөйләшә белергә кәрәк. Оло йөрәкле, изге күңелле булмайынса был өлкәлә эшләү мөмкин түгел, - тип уртаҡлаша Галина Гусятникова.
Уның карьераһындағы иң яуаплы осор һуңыраҡ булғандыр - хеҙмәт биографияһында Чернобыль аварияһын бөтөрөүселәр менән эшләү айырым урын биләй.
- Улар менән 1991 йылда эшләй башланым. Һәр кемдең бер ҡосаҡ ауырыуы, нурланыш эҙемтәләре бар ине. Дарыуҙар менән генә түгел, ә һүҙ менән дә дауаларға тура килде, - тип уртаҡлаша табип. - Уларға ҡулдан килгәнсә бөтә нимә менән дә ярҙам иттек - шифахана-курорт дауаланыуына, реабилитация үҙәктәренә ебәрҙек. Аварияны бөтөрөүселәрҙән тыш, ликвидаторҙарҙың тол  ҡатындарын, балаларын, ейәндәрен, айырым хәүеф подразделениеһында ҡатнашыусыларҙы ла күҙәтеү аҫтында тотабыҙ. Ошо йылдар эсендә улар минең өсөн туғандарыма әйләнде,  тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, кәңәшләшеп, һөйләшеп торабыҙ. Бер ваҡытта ла мине иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар: иҫтәлекле даталарға, осрашыуҙарға саҡыралар, - ти Галина Әхмәҙулла ҡыҙы.
- Медицина өлкәһен һайлағанығыҙға үкенмәнегеҙме? - тип һорайым врачтан.
- Юҡ, бер ваҡытта ла бындай уй килгәне булманы. Бер нимәгә лә үкенмәйем. Был - минең эшем, һәм уның менән  шөғөлләнеүемә бик шатмын, - тип яуапланы ул.
Медицина династияһы дауам итә. Әсәһе эҙенән ҡыҙы ла китә: медицина училищеһын һәм Ырымбур медицина  институтын отличие менән тамамлай. Әле Салауатта медицина-социаль экспертиза  бюроһын етәкләй. Ейәнсәре лә Ырымбурҙа медицина факультетының өсөнсө курсында уҡый.
Чернобылдәге авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы Марат Ғарипов Галина Гусятникованың тырыш  хеҙмәтен айырыуса йылылыҡ менән иҫкә ала.
- Галина Әхмәҙулла ҡыҙының стационарҙарҙа, шул иҫәптә кардиологияла бай эш тәжрибәһе бар, был уға  юғары класлы белгес булырға мөмкинлек бирҙе. Бөгөн ул - 2-се поликлиниканың иң абруйлы табиптарының береһе, - тип уртаҡлаша Марат Ғарипов. - Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларына иғтибары, йылы мөнәсәбәте өсөн врачҡа бик рәхмәтлебеҙ.  Ул тәжрибәле терапевт ҡына түгел, ә һиҙгер психолог та. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас