

- Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡуйған талаптарына таянып, һәр дауаханала «йәшел коридор» булдырыу, сиратһыҙ ҡабул итеү һәм кәрәк булған осраҡта дауаханаға һалыу мөһим. Генерал Александр Серговенцев диспансеризацияның икенсе этабын үтеүҙең түбән процентын билдәләй. Бында һеҙҙең менән үҙ-ара эш итеү мөһим: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар отпускыға ҡайтҡанда, мәҫәлән, беҙ уларға бригада ебәрергә йәки дауаханаға саҡырырға тейеш. Беҙгә социаль координаторҙар һәм һеҙҙең менән дә тығыҙ бәйләнештә булырға кәрәк, сөнки яугирҙарҙың ҡалала булыуын белмәҫкә лә мөмкинбеҙ, һеҙҙә мәғлүмәт күберәк. Һәр хәрби хеҙмәткәр диспансеризация үтергә, шуның 60 проценты тәрәнәйтелгән тикшереүгә йүнәлтелергә тейеш, - тине Айрат Рәхмәтуллин.
- Иң мөһиме - дауаханала тотороҡло етәкселек булһын, сөнки муниципаль кимәлдә хәл ителгән һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре күп, шуға күрә беҙгә дауаханабыҙҙың баш врачы, һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән дә иңгә-иң терәп эшләү мөһим. Әлбиттә, һеҙҙең ярҙамығыҙ беҙгә бик кәрәк, идеяларыбыҙ күп, - тип яуапланы Марат Зәһиҙуллин.Шундай идеяларҙың береһе - Салауатта махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация үҙәге асыу. Был башланғысты ҡала башлығына МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Марат Хәсәнов тәҡдим иткән.
- Буш торған биләмәләрҙе (һүҙ Салауаттың 2-се поликлиникаһы биләмәһе хаҡында бара) ошо маҡсатта файҙалана алыр инек, - тип дауам итте Марат Зәһиҙуллин. - Өфөләге бындай үҙәк Башҡортостан өсөн бик аҙ.
- Ул саҡта һеҙ республиканың көньяҡ өлөшө өсөн үҙәк булыр инегеҙ. Ысынлап та, бында матди база яҡшы, - тип ризалашты Айрат Рәхмәтуллин.
Марат Зәһиҙуллин ҡалала кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү буйынса башҡарылған эштәр тураһында ла һөйләне:
- Беҙгә килгән һәр табипҡа торлаҡ тәҡдим итәбеҙ, өҫтәүенә муниципаль программа сиктәрендә урындағы бюджеттан 5 йыл ай һайын 20-шәр мең һум өҫтәп түләйбеҙ. Табиптар өсөн бик яҡшы шарттар булдырылған. Һуңғы 10 айҙа беҙ 38 белгес йәлеп иттек.
Артабан Айрат Рәхмәтуллин етәкселегендәге делегация ҡала дауаханаһына юлланды, унда яңы баш врач Азат Ҡотоевты коллектив менән таныштырҙылар. Азат Ҡотоев, үҙ сиратында, ғүмерҙәрҙе һаҡлау һәм халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙе төп бурыс итеп билдәләне һәм командала эшләүгә саҡырҙы.
Азат Ҡотоев - Ишембай районынан. Ул «хирург - эндоскопист» белгеслегенә эйә. Эш карьераһын медбраттан башлап, Талбазы үҙәк район дауаханаһының баш табибына тиклем күтәрелә. Хәҙер ул Салауат ҡала дауаханаһын етәкләй.