Йыл һайын Рәсәй Федерацияһында хайуан тешләүҙәре буйынса 400 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт итә.
Салауат ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә февраль айында 25 тешләү осрағы теркәлгән, шуларҙың 8-е - балалар! Ҡала дауаханаһына 140 кеше вакцинация һорап мөрәжәғәт иткән.
Кешегә вирус сирле хайуандың тешләүе, тырнаҡ эҙе йәки күҙ, ауыҙ һәм танау ҡыуышлығының лайлалы тиресәһенә уның төкөрөгө эләгеүе һөҙөмтәһендә, шулай уҡ уларҙың шайығы буялған предметтар менән эш иткәндә йоға. Кешеләр ауырыуҙы ҡуҙғытҡыс хайуандың һеләгәйендә ауырыуҙың тәүге билдәләре күренгәнсе 10 көн эсендә ҡалырға мөмкин икәнлеген белергә тейеш. Шуның өсөн һеҙҙе тешләгән хайуандың яҡшы күренеүенә иҫәп тоторға ярамай.
Кеше организмына ингәс, вирус нервы юлдары буйлап тарала, баш мейеһенә барып етә, унда шешеү барлыҡҡа килә, ул үҙәк нервы системаһының мөһим элементтарының эшен боҙа.
Башҡортостан Республикаһы территорияһында йоҡтороу сығанағы булып йыш ҡына эттәр, бесәйҙәр, ҡырағай хайуандарҙан төлкөләр, ярғанаттар тора. Һыйырҙар, һарыҡтар, аттар, кимереүселәр менән бәйләнешһөҙөмтәһендә лә йоғорға мөмкин.
Инфекцияны нисек иҫкәртергә:
1. Һәр ҡырағай йәки йыртҡыс хайуан, хатта тыныс, сәләмәт, һәм һөйкөмлө булып күренһә лә, хәүефле. Әгәр урманда төлкө, бурһыҡ осратһағыҙ, уларҙы ҡулығыҙға алмағыҙ, иркәләмәгеҙ, ашатмағыҙ һәм өйгә
алып ҡайтмағыҙ. Балаларға таныш булмаған хайуандар менән аралашырға ярамағанлығын аңлатығыҙ, дача участкаһына ингән терпе лә, өйҙәрҙең ҡыйығында йәшәгән ярғанаттар ҙа, паркта осраған тейендәр ҙә хәүеф тыуҙыра.
2. Йорт хайуандары район ветеринария станцияһында теркәлергә һәм йыл һайын ҡотороуға ҡаршы привика яһалырға тейеш.
Эттәрҙе ҡыҫҡа арҡан менән генә, ә яугир йәки эре эттәрҙе муйынсаҡ менән генә йөрөтөгөҙ. Уларҙы йортһоҙ хайуандар менән бәйләнештән һаҡлағыҙ.
Уларҙың теләһә ниндәй ауырыуы барлыҡҡа килгәндә, бигерәк тә ҡотороу сире билдәләре беленһә (һеләгәйе аҡһа, йотоуы ауырлашһа, көҙән йыйырһа) бер ваҡытта ла үҙегеҙ дауаламағыҙ, тиҙ арала яҡындағы ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итегеҙ.
Әгәр һеҙҙең йорт хайуаны кешене тешләһә, зыян күреүсегә үҙегеҙҙең адресты әйтегеҙ һәм бесәйҙе йәки этте тикшереү һәм күҙәтеү өсөн ветеринар табибҡа алып барығыҙ. Хайуан хужаһы тулыһынса дминистратив, ә зыян күреүсенең ауыр йәрәхәтләнеүе һәм үлеме ваҡытында хайуандарҙы тотоу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыла.
3. Балаларҙы йортһоҙ эттәр йәки бесәйҙәр булған урындарҙа ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Балаларға таныш булмаған хайуандарҙы һыйлау, ашатыу, уларға яҡын ебәреү ҡурҡыныс икәнен аңлатығыҙ, улар ауырыу булыуы ихтимал.
Тешләнгән урынды эшкәртегеҙ - һабынлап, ағып торған һыу аҫтында яҡшылап йыуығыҙ. Яра булһа, 5 процентлы йод менән яраның тирә яғын эшкәртегеҙ. Бынан һуң шунда уҡ йәшәү урыны буйынса травматологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк булһа, ул профилактик прививкалар курсын билдәләйәсәк.
Кешенең гидрофобия (ҡотороу) ауырыуын бары тик профилактик прививкаларҙың тулы курсы менән генә иҫкәртергә була, уның һөҙөмтәлелеге медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеү ваҡытына бәйле. Дауалау ваҡытында алкоголь ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Үҙегеҙҙең һәм балағыҙҙың сәләмәтлегенә етди ҡарағыҙ. Әлеге ваҡытта ҡотороу ауырыуына ҡаршы дарыуҙар юҡ! Был проблемаға еңел ҡарарға ярамай. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ҡотороу – ҡурҡыныс, үлемесле сир. Рәсәй территорияһында йыл һайын гидрофобиянан үлеү осраҡтары теркәлә.
Хөрмәтле граждандар, уяу булығыҙ, йорт хайуандарына вакцинация эшләгеҙ, ҡырағай хайуандар менән бәйләнештән һаҡланығыҙ.