газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Март , 10:59

Тормош һынауҙары ҡаты ҡаҡһа ла

Бөгөнгө мәҡәләбеҙ клиник-эксперт эше буйынса кабинет мөдире, врач-терапевт һәм амбулатор медицина реабилитацияһы бүлеге мөдире Гүзәл Рәхимҡолова хаҡында булыр. Ул ауыр һынауҙарға дусар булған, әммә үҙендә алға барырға көс тапҡан.

Тормош һынауҙары ҡаты ҡаҡһа ла
Тормош һынауҙары ҡаты ҡаҡһа ла

- Мин Салауатта тыуып үҫтем. Атайым йәшләй вафат булды, һеңлем менән мине аяҡҡа баҫтырыр өсөн әсәйебеҙ бөтә көсөн һалды. Бала сағым һәм йәшлегем ошонда үтте. 18-се мәктәпте тамамланым, һуңынан тормошомдо медицина менән бәйләргә ныҡлы ҡарар итеп, Салауат медицина училищеһына уҡырға индем. Уҡыу еңел бирелде, 1988 йылда уны отличие менән тамамлап, Ырымбур медицина институтына уңышлы инеп киттем. Нәҫелебеҙҙә врачтар бөтөнләй юҡ, ата-әсәйем дә башҡа өлкәлә эшләнеләр. Был һөнәргә һөйөү ҡайҙан килгәнен үҙем дә аңлап етмәйем. Бәләкәй саҡта уҡ, йүнләп һөйләшә лә белмәгәндә, «Мин врач булам» тип ҡабатлағанымды әсәйем йыш һөйләй торғайны. Бәлки күрше йәшәгән шәфҡәт туташы Ольга Егоровна Ерофееваның ауырыған ваҡыттарҙа беҙгә кереп укол яһауы, ярҙам күрһәтеүе лә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, - тип хәтерләй Гүзәл Рәхимҡолова. - Институтта уҡыу бик оҡшаны, ҙур теләк менән шөғөлләндем. Барыһы ла үҙ яйы менән барғанда бер мәл бөтә нимә селпәрәмә килде - дүртенсе курста уҡығанда ныҡлы ауырып киттем. Был ысын һынау булды, әммә ул мине һындыра алманы.

Ҡыҙ бирешмәй, ныҡышмалылыҡ менән ауыр дауаланыу үтә, ғазаптарға, әрнеүҙәргә түҙә, әммә институтты тамамлауға ирешә һәм ҡулына диплом ала. Интернатураны ла Ырымбурҙа үтә. Һуңынан тыуған Салауат ҡалаһына ҡайтып, үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Стационарҙа ун йыл эшләп, ҙур тәжрибә туплағандан һуң, уны көтмәгәндә һаулыҡ һаҡлау бүлегенә баш белгес вазифаһына саҡыралар.

- Был тәҡдим минең өсөн көтөлмәгән булды. Дөрөҫөн әйткәндә, врач эшен ташларға уйымда ла юҡ ине. Был медицина менән бәйле булһа ла, асылда, бөтөнләй икенсе эш, башҡа бурыстар. Шулай ҙа үҙемде һынап ҡарарға булдым. 2006 йылдың 15 мартында ошо вазифаға күстем һәм тормошомда бөтөнләй яңы этап башланды, - ти Гүзәл Юнир ҡыҙы.
Һаулыҡ һаҡлау бүлегендә эшләгәндә лә, ул врач эшен ташламай, сөнки ул оҫталыҡтың бары тәжрибә менән килеүен яҡшы аңлай. 2014 йылға тиклем ул һаулыҡ һаҡлау бүлегендә эшләй. Әммә
үҙгәртеп ҡороуҙар еле уларҙы ла урап үтмәй һәм уға 2016 йылда ҡала дауаханаһына врач булып кире әйләнеп ҡайтырға тура килә.

Уның карьераһы күп яҡлы була, медицина колледжында ла эшләп ала, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынала саҡыралар, әммә ул баш тарта.

- Иң яҡын кешеләрем: әсәйемде, һеңлемде, туғандарымды, олатай өләсәйемде ташлап китергә баҙнат итмәнем. Тап һеңлем Зилә ҡыйын мәлдәрҙә терәк булды. Мин сир менән көрәшкән ваҡытта ул индустриаль техникумды тамамланы, юғары белем алыу тураһында хыялланды. Әммә ауыр 90-сы йылдар үҙ төҙәтмәләрен индерҙе: әсәйем мине ҡарар өсөн эшен ташлап, Ырымбурға күсеп килергә мәжбүр булды, ә ғаиләне кемдер туйындырырға тейеш ине һәм һеңлем эшләй башланы. Мин уға шул ваҡыттағы ярҙамы өсөн ғүмер буйы рәхмәтлемен, - ти врач.
Әле Зилә Ғималетдинова «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтендә уңышлы эшләп йөрөй.
Гүзәл Рәхимҡолова һәр ваҡыт профессиональ үҫешкә ынтыла, белемен даими камиллаштыра һәм квалификацияһын күтәрә. 2025 йылда Гүзәл Рәхимҡолова «Физик һәм реабилитация медицинаһы» һөнәре буйынса профессиональ әҙерлек үтеп, бөтөнләй икенсе йүнәлештә эш башларға әҙерләнә.

- Яңы эшемде саҡ башлап торам һәм ул өсөнсө амбулатор этапта реабилитация ойоштороу менән бәйле буласаҡ. Әлеге ваҡытта ҡала дауаханаһының реабилитация уҙғарыу өсөн мөмкинлектәре бик күп түгел, әммә киләсәктә күберәк пациенттарҙы йәлеп итерлек ярҙам бүленер, тигән өмөттә ҡалабыҙ, - тип уртаҡлаша врач.
Кешеләрҙең һаулығы һағында тороу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк, тигән һорауға ул былай тип яуап бирҙе:

- Врач булыу - ул, тәү сиратта,  кешеләргә ярҙам итергә әҙер булыу. Һөнәргә ҡарата ысын һөйөү, шәфҡәтлелек һәм мәрхәмәтлек, кеше хәленә инә белеү кеүек сифаттарһыҙ был өлкәлә эшләү мөмкин түгел.
Ул дауалауҙағы уңыштың врачҡа ла, пациенттың үҙенә ләбәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, сирле врач әйткәндәрҙе теүәл үтәгәндә генә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин.

Тәжрибәле врач йәш белгестәргә лә теләктәрен еткерҙе:

- Һәр ваҡыт үҙ һөнәрегеҙҙеяратығыҙ, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, бер ҡасан да ирешелгәндә туҡтап ҡалмағыҙ, үҫешегеҙ, камиллашығыҙ, остаздарығыҙҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Тәжрибәле врач тураһында ҡала дауаханаһы етәкселеге лә яҡшы фекерҙә.

- Гүзәл Юнир ҡыҙы - үҙенең профессионализмы, һәр сирлегә иғтибарлы ҡарашы менән коллегаларының һәм пациенттарҙың ҙур хөрмәтен яулаған белгес, үҙ эшен яҡшы белә, бурыстарына яуаплы ҡарай, - тип билдәләне баш врач урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Руслан Дәүләтшин.
Гүзәл Рәхимҡолова менән аралашҡанда, һинең алда врач ҡына түгел, ә ҙур йөрәкле кеше булыуын аңлайһың, уның өсөн медицина - ысын һөнәр һәм йәшәү рәүеше.
Һөнәренә булған тоғролоғо һәм пациенттар тураһында ихлас хәстәрлек күреүе тәрән ихтирам уята.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас