газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Март , 10:48

Алтын ҡуллы һөнәр эйәһе

Һәр бер ғүмер ҡиммәтле, һәм уны һаҡлап ҡалыу - ҙур батырлыҡ. Хирург Николай Трутневтың тормош юлы ошо һүҙҙәрҙең асылын асыҡ күрһәтә. Уның ҡулы аҫтында күпме кеше ғүмере ҡотҡарыла, күпме ауыр операциялар уңышлы үткәрелә.

Алтын ҡуллы һөнәр эйәһе
Алтын ҡуллы һөнәр эйәһе

Николай Михайлович Трутнев 1946 йылда Федоровка районының Дедово ауылында донъяға килә. Башҡорт медицина институтын тамамлағандан һуң, ул тыуған яҡтарында хеҙмәт юлын башлай. Тәүҙә Федоровка районының Дедово участка дауаханаһында, һуңынан Өфөләге ҡала дауаханаһында хирург булып эшләй. 1973 1977 йылдарҙа Пугачев участка дауаханаһының баш табибы һәм хирург вазифаларын башҡара. 1978 йылдан Николай Михайлович Салауат ҡалаһындағы СМЗ медсанчасының хирургия бүлеге мөдире булып эшләй, шулай уҡ ҡаланың штаттан тыш баш хирургы ла була. Уның һөнәри оҫталығы юғары квалификация категорияһы менән раҫлана. Николай Трутнев 1996 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, 2003 йылда «Башҡортостан  Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнә. 2007 йылда иң яҡшы хирургик операция өсөн «Алтын скальпель» премияһын ала. 2013 йылда Николай Трутневҡа «Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы» исеме бирелә, ә «Выбор» гәзите уны «Йыл кешеһе» тип таный.
Николай Михайлович үҙенең эш барышындағы ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларҙы хәтерләй.

- Бик ауыр хәлдәге егетте килтерҙеләр: ҡорһағына ҡытай бысағы үтеп, эске органдарын ныҡ зарарлаған. Ашҡаҙан,ашҡаҙан аҫты биҙе, үт юлдары, эсәктәре зыян күргән. Был операция бик ҡатмарлы булды, алты сәғәт дауам итте һәм «Махсус үҙәктәрҙә генә башҡарыла торған» панкреатодуоденаль резекция тип аталды. Минең бригада был операцияны уңышлы үткәреп, егеттең ғүмерен ҡотҡарҙы. Был операция  өсөн мин «Алтынскальпель» алдым, - ти ул. Тағы бер иҫтәлекле хәл - 90-сы йылдарҙа йәш ҡыҙҙың Калашников автоматынан яраланыуы. Эсәктәре, ҡан тамырҙары, хатта умыртҡа һөйәге зыян күргән. Йөрәк
тибеше һиҙелмәй, ҡан баҫымы төшкән. Ышаныс булмаһа ла операция яһалған. Һәм ғәжәп, ун көндән һуң ҡыҙ тулыһынса һауығып, киске бейеүҙәргә йөрөй башлаған. Ул бындай ҡотҡарылған ғүмерҙәрҙең
һанын иҫәпләп бөтөрә алмай. Николай Михайлович үҙенең ауылға һәм медицинаға булған   һөйөүен берләштерә. Ауылдауаханаһында эшләгәндә лә төрлө осраҡтар була. Бер тапҡыр, төн уртаһында
ашҡаҙан яраһы менән килгән пациентты ҡарағанда, район дауаханаһында хирург булмауын белеп, Өфөнән санавиация һорарға мәжбүр була. Ләкин аэродром ябыҡ булыу сәбәпле, Салауаттан тәжрибәле хирург Михольский менән бәйләнешкә инергә тәҡдим итәләр. Владимир Леонтьевич үҙенең «Запорожец» машинаһында килеп, дүрт сәғәтлек операцияны уңышлы үткәрә. Бындай хәлдәр Николай Михайловичтың һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыуын күрһәтә.

- Мин ҡаланың бөтә операция бүлмәләрендә, шул иҫәптә бала табыу йортонда,«Медсервис»та, төрмә дауаханаһында эшләнем. Элек шәфҡәт туташтары хирург күпме операция эшләгәнен иҫәпләп сығарған, мин йылына өс йөҙгә яҡын кешегә эшләгәнмен, - тип йылмая.

Николай Михайлович 74 йәшендә хаҡлы ялға сыға.

- Хәҙер башлыса тыуған төйәгемдә - Федоровка районының Юрковка ауылында, Покров-Эннат монастырынанике километр алыҫлыҡта йәшәйем. Монастырҙа Троица, Раштыуа, Пасха кеүек дини байрамдарҙа ҡатнашам, - ти ул. - Ҡатыным Наталья менән беҙ бала саҡтан танышбыҙ, бер ауылда йәшәнек. Өс бала тәрбиәләнек - ул һәм ике ҡыҙ, ейәндәрем бар.

Балалары медицинаны һайламаған. Николай Михайловичтың Салауат хирургтары араһында уҡыусылары бар. Әйткәндәй, пенсияға сыҡҡас та пациенттар уға һаман да мөрәжәғәт итә.

- Күптән түгел бер ҡатын килеп: «Миңә шәкәр диабеты диагнозы ҡуйҙылар, эндокринолог дарыу яҙҙы, ә телевизорҙан табип киреһен тәҡдим итә. Нимә эшләргә?» тине. Мин телевидение «кәңәшселәрен»
тыңлау урынына белгескә мөрәжәғәт иткәнде хуплайым. Телевидениела дарыуҙар рекламаһына ҡырҡа ҡаршымын. Был - үҙ-үҙеңде дауаларға саҡырыу, насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал, - ти врач.
Хаҡлы ялда ул медицинаның нисек үҫешкәнен күҙәтеүен дауам итә.

- Мәҫәлән, инвазив булмаған хирургия - ул ысын асыш! Әгәр элек ҡорһаҡ ҡыуышлығына операция яһағанда ҡырҡып алһалар, хәҙер тик тишектәр генә яһала, организмға бик аҙ зыян  илтерелә, - ти ул.

Хәҙер ул умартасылыҡ менән мауығыуға тулыһынса бирелгән.

- Минең умартасылыҡ стажым хирургия стажына тиң - ярты быуат! Утыҙ умартам бар, артығын һатам - был пенсияға яҡшы өҫтәмә. Бал ҡорто ғаиләләре менән йыл әйләнәһенә мауығырға кәрәк. Бында саф һауа, Ашҡаҙар йылғаһы.Ейәндәр ял көндәрендә лә, каникулда ла даими килә, уларға бында бик оҡшай. Диңгеҙҙә мин бер тапҡыр ғына, студент йылдарында булдым, башҡа теләмәйем, бөтә отпускыларымды ауылда үткәрҙем, - тип һөйләй Николай Михайлович.
Шулай уҡ ул уҡырға ярата. Бигерәк тә Чеховты.

- Минең төп принцип: алдамау. Бер кемгә лә һәм бер ҡасан да. Балаларҙы ла шуға өйрәттек, ә хәҙер ейәндәремде лә өйрәтәм. Ҡатыным Наталья менән 46 йыл бергә татыу ғүмер итәбеҙ. Кеше ағас ултыртырға, йорт төҙөргә һәм ул үҫтерергә тейеш. Быларҙың барыһын да Николай Михайлович башҡарған. Тыуған ауылында уңайлы йорт, ағас урынына тотош баҡса, яратҡан ҡатыны, балалары һәм ейәндәре бар.
42 йыл дауамында Салауатта  хирургия бүлеге мөдире булып эшләгән Николай Трутнев һәр бер ғүмерҙе ҡотҡарыуҙы үҙенең төп бурысы, тип һанай. Уның оҫта ҡулдары күпме кеше  үмерен ҡотҡарған, күпме
ауыр операцияларҙы уңышлы яһаған. Ул - ысын батыр, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыусы. Уның хеҙмәте юғары баһалана, һәм һәр саҡ хөрмәткә лайыҡ.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас