Юлиә Әбүбәкерова ҡала дауаханаһына табип-гастроэнтеролог итеп ҡабул ителде.
Ул 2022 йылдың июнендә Башҡорт дәүләт медицина университетын «Дауалау эше» һөнәре буйынса тамамлаған. 2024 йылдың июлендә гастроэнтерология белгеслеге буйынса ординатура үткән. 2022 йылдың сентябренән 2025 йылдың майына тиклем Өфөнөң 5-се ҡала клиник дауаханаһында врач-терапевт булып эшләй. 2025 йылдың июленән 2026 йылдың ғинуарына тиклем Салауат медицина колледжында уҡыта.
- Коллегабыҙға яңы эш урынында һөнәри үҫеш теләйбеҙ! Һәр эш көнөгөҙ өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙән шатлыҡ килтерһен, - тигән теләктәр еткерәләр ҡала дауаханаһында.
Роксана Яҡупова 1-се поликлиникаға (Салауат Юлаев бульвары, 18) врач-терапевт вазифаһына алынды. 2025 йылдың яҙында ҡыҙ Башҡорт дәүләт медицина университетын «Дауалау эше» һөнәре буйынса тамамлай. Шул уҡ йылдың көҙөндә маҡсатлы йүнәлеш буйынса ошо уҡ юғары уҡыу йортона «Кардиология» һөнәре буйынса уҡырға инә.
- Йәш белгестәр яңы белемдәргә эйә, заманса ҡарашлылар. Роксана Яҡуповаға һөҙөмтәле эшләүен, уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ, - тип билдәләнеләр Салауат ҡала дауаханаһында.
Фото ҡала дауаханаһынан.