Операцияға тиклем пациент гиперметропия (алыҫтан насар күреү) һәм пресбиопия (йәш менән бәйле яҡындан насар күреү) менән яфаланған. Көндәлек тормошта уға өс пар күҙлек кәрәк булған: алыҫтан, яҡындан һәм уртаса арауыҡтан
күреү өсөн. Бүлек мөдире Рәмил Аҡсаров күҙ яҫмығын (хрусталик) спираль формалы линзаға алыштырырға ҡарар итә. Был линза яһалма интеллект ярҙамында эшләнелә. Операциянан һуң пациенттың күреү һәләте һиҙелерлек яҡшыра: алыҫтан күреү үткерлеге 150 процентҡа тиклем арта, уҡығанда яҡындан күреү 80 процентҡа тиклем етә, пациент бөтә дистанцияларҙа ла ышаныслы күрә, күҙлеккә бәйлелектән тулыһынса ҡотола. Был клиник осраҡ хәҙерге технологияларҙың күреү һәләтен тергеҙеү генә түгел, ә пациенттарҙы күҙлектән азат итеү мөмкинлеген дә асыҡ күрһәтә. Салауат табиптарының был уңышы Башҡортостан офтальмологияһы өсөн яңы мөмкинлектәр һәм күп кешегә яңы, тулы ҡанлы тормошҡа юл аса.
Фото ҡала дауаханаһынан.