- Яныбыҙҙа һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер изге кешеләрҙең булыуы бик яҡшы күренеш. Балаларға ауырыуҙы кисереүе бик ҡыйын. Шуға уларҙың бер аҙ кәйефен күтәреү өсөн «Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы»нан оҡшаған уйынсыҡтарҙы һайлап алырға саҡырҙыҡ. Балаларға һынауҙарҙы еңеп сығырға һәм көслөрәк булырға ярҙам иткән акцияны артабан да дауам итербеҙ, сөнки йылы иғтибарға мохтаж балалар күп, - тине Марат Зәһиҙуллин.
- Акцияға ҡушылған битараф булмаған кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Изге эштәрегеҙ башҡаларға өлгө булып торһон, донъяны тағы ла яҡшыраҡ һәм сағыуыраҡ итһен, - тип уртаҡлашты Алик Янышев.
Ә бәләкәй балалар, ысынлап та ҡыйыу: ауыр сирҙәргә ҡарамаҫтан, улар көслө рухлы, тормош һынауҙарын сыҙам күтәрә.
Анастасия Минькованың ғаиләһендә ике бала тәрбиәләнә: өлкән улы Семенға - 9, ә бәләкәйе Ульянаға - 4 йәш.
- Ике йыл элек уға нейробластома тигән ҡатмарлы диагноз ҡуйылды. Беренсе йылда өҙлөкһөҙ, оҙайлы дауаландыҡ, икенсе йылда, башлыса, препараттар ҡабул иттек. Ул бик аралашыусан бала, бөтә балалар менән дә ихлас уйнай, һәр ерҙә ҡатнаша. Тулы көн булмаһа ла, балалар баҡсаһына йөрөй башланыҡ. Улым һеңлеһе өсөн бик борсола, беҙгә ярҙам итә, - тип һөйләй Анастасия Минькова. - Бындай проект менән менән Ульяна күптәндән таныш, сөнки оҙайлы ваҡыт онкология бүлексәләрендә дауаланды. Ә унда ошондай акциялар даими үткәрелә, ҡумталар процедура кабинеттарында тора. Күптән түгел генә ҡыҙымды буяуҙар,
ҡәләмдәр ҡыҙыҡһындырһа, бөгөн ул үҙенең үҫешенә ярашлы яңы уйынсыҡтар һайланы. Беҙҙең үҙенсәлекле балаларыбыҙға иғтибар һәм хәстәрлек күрһәткәндәре өсөн ҡала хакимиәте башлығына һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Ата-әсә өсөн иң ҙур бәхет - бала бәхете.
Гөлфинә Булатова өс балаға ғүмер биргән: өлкән ҡыҙына - 11, уртансы улына 7, ә бәләкәй Аделинаға 3 декабрҙә биш йәш тулған.
- Аделина етди диагноздар: бауыр циррозы һәм үпкә артерияһы стенозы менән тыуҙы. Ғүмеренең беренсе йылында ул ике ауыр операция кисерҙе: беренсеһе - йөрәгенә, бер айҙан һуң уға минең бауырҙың бер өлөшөн күсереп ултырттылар. Иммунитеты түбән булғанлыҡтан, ул йыш ауырый, шуға күрә күпселек ваҡытыбыҙҙы өйҙә үткәрәбеҙ, балалар баҡсаһына һирәк йөрөйбөҙ, инфекцияларҙан ситтә торорға тырышабыҙ. Мәскәүҙә даими тикшеренеү үтәбеҙ. Кисә беҙгә шылтыратып, поликлиникаға саҡырҙылар. Был беҙҙең өсөн көтөлмәгән булды, шул уҡ ваҡытта ҡыуандыҡ та. Бындай саралар, һис шикһеҙ, бик мөһим, сөнки ауыр сирҙәр менән көрәшкән балаларыбыҙ иғтибарға һәм ярҙамға мохтаж. Барыһына ла ҙур рәхмәт, - тип уртаҡлаша Гөлфинә Булатова.
Аделина бүләккә ҡурсаҡ һәм мозаика һайлаған:
- Аделина ҡыҙыбыҙ тыныс холоҡло бала, ысын хужабикә. Өйҙә ҡурсаҡтарын шул тиклем мауығып ҡарай, улар менән һаҡсыл уйнай. Мозаиканы ла ярата: төҫлө деталдәрҙән төрлө ҡыҙыҡлы һүрәттәр төҙөй, - тип өҫтәй ҡыҙҙың әсәһе.