газета "Салауат"
-19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Ноябрь 2025, 11:40

Тештәрҙе бәләкәйҙән һаҡларға

Республикала үҫеп килгән быуындың сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу - төп бурыстарҙың береһе. Был маҡсатта, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, һуңғы биш йылда «Юғарыға ос!» мәғариф  проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә яңы, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм берҙәм дизайн стилендә биҙәлгән 110 мәктәп стоматология кабинеттары асылған. Хәҙерге ваҡытта республиканың дөйөм белем биреү учреждениеларында барлығы 255 стоматология кабинеты эшләй.

Тештәрҙе бәләкәйҙән һаҡларға
Тештәрҙе бәләкәйҙән һаҡларға

Салауат ҡалаһы ла был эштә әүҙем ҡатнаша. 2019 йылдан алып «Юғарыға ос!» проектына өс мәктәп ингән, ә башҡа программалар иҫәбенә  тағы ла дүрт мәктәптә яңы стоматология кабинеттары асылған.
- Ҡалала ете уҡыу йортонда лицензиялы стоматология кабинеттары бар. Улар араһында 25-се башҡорт  гимназияһы, 8-се лицей, 18-се һәм 19-сы мәктәптәр, 1-се лицей бар. 1-се гимназиялағы кабинет «Мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау» федераль программаһы сиктәрендә капиталь ремонттан һуң  асылды. 24-се мәктәп иһә 2026 йылда реновациялау программаһында ҡатнашыуға ғариза бирҙе, - ти Салауат мәғариф идаралығының баш белгесе Гөлнара Әптекәйева.
Мәктәп стоматология кабинеттарының эше өсөн республикала Һаулыҡ һаҡлау һәм Мәғариф министрлыҡтары берлектә яуаплы. Мәғариф  министрлығы кабинеттарҙы мебель һәм медицина ҡорамалдары менән тәьмин итһә, Һаулыҡ һаҡлау
министрлығы белгестәр һәм сығым материалдары өсөн яуаплы.
- Салауат ҡала дауаханаһы стоматология поликлиникаһының балалар стоматология бүлеге табиптары ла мәктәптәрҙә эшләү өсөн ваҡыт таба. Уҡыусыларҙы планлы санациялауҙа өс балалар стоматологы һәм ике теш врачы ҡатнаша, - ти стоматология поликлиникаһының өлкән шәфҡәт туташы Татьяна Мортазина.
Ҡала дауаханаһы һәм мәғариф идаралығы белгестәре билдәләүенсә, планлы санацияның әһәмиәте бик ҙур, сөнки ул теш - яңаҡ системаһын диагностикалауҙы һәм теш ауырыуҙарын дауалауҙы үҙ эсенә ала. Стоматологтарҙың мәктәптәрҙәге эше Салауат балаларының тештәре торошо тураһында тулы мәғлүмәт  бирә һәм профилактик эште һөҙөмтәле алып барыу мөмкинлеген арттыра. Уҡыусыларға ауыҙ ҡыуышлығы  гигиенаһы ҡағиҙәләре һәм тештәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү тураһында ла аңлатыла.
- 2024-2025 уҡыу йылында үткәрелгән планлы санация йомғаҡтары буйынса, барлығы 5077 бала тикшерелгән. Шуларҙың 2393-е (47,1%) дауалауға мохтаж булған, 1714-е (32,6%) элек дауаланған, ә 1032 (20,3%) баланың ауыҙ ҡыуышлығы таҙа һәм һау, - тине Татьяна Мортазина.
Уҙған уҡыу йылында мәктәп стоматология кабинеттарында 385 кеше дауаланған. Был эш яңы уҡыу йылында ла дауам итә.

Республикала мәктәп стоматология кабинеттарында  уҡытыусылар ҙа тештәрен дауалай ала. Уҡыу йылы башынан алып табиптар 27109 баланы һәм 1064 уҡытыусыны ҡараған. Был эш дауам ителәсәк. «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә 2028 йылға тиклем республиканың балалар поликлиникалары мәктәптәрҙә профосмотр өсөн 18 күсмә медицина  комплексы аласаҡ. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 500 һәм унан күберәк бала уҡыған һәр мәктәптә заманса, матур итеп биҙәлгән стоматология кабинеты булһын, тигән  бурысты ла планлы рәүештә хәл итә.

Зилә СӘЛИМОВА.
Фото «Выбор» гәзите архивынан.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас