газета "Салауат"
-19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Ноябрь 2025, 22:06

Башҡортостан башлығы программалар һәм ҡушымталарҙың аҡ исемлеген киңәйтергә

Тура эфирҙа балаһы I типтағы диабет менән ауырыған Башҡортостанда йәшәүсе ҡатындың һорауы ҡаралды.Ул төбәк башлығына шәкәр күрһәткестәрен даими күҙәтеү ҡушымтаһын мобиль интернетһыҙ эшләүсе рөхсәт ителгән программалар исемлегенә индереүҙе һорап мөрәжәғәт итте.

Башҡортостан башлығы программалар һәм ҡушымталарҙың аҡ исемлеген киңәйтергә
Башҡортостан башлығы программалар һәм ҡушымталарҙың аҡ исемлеген киңәйтергә

- Хәҙер йыш ҡына интернет юҡ, һәм беҙ бындай мөһим күрһәткестәрҙе күҙәтә алмайбыҙ, - тине ул.
Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Һанлы үҫеш министрлығы башлығы Геннадий Разумикинға мөрәжәғәт итеп, федераль үҙәккә хат әҙерләргә ҡушты.
- Мобиль интернет һүндерелгәндә эшләгән ҡушымталарҙың иң мөһимдәрен бөгөн генә баҫтырып сығарҙыҡ. Унда «Дәүләт хеҙмәттәре»н, электрон көндәлекте һәм журналды индерҙек. Был ҡушымта буйынса ла яуап ыңғай булыр, тип уйлайым. Бында баланың һаулығы иң мөһиме, - тине Радий Хәбиров.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас