газета "Салауат"
-19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Сентябрь 2025, 09:07

Йәш белгестәр - заманса алымдар

Ҡалаға медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү буйынса әүҙем эш дауам итә. Дауахана штаты педиатрҙар менән тулыланды.

Йәш белгестәр -  заманса алымдар
Йәш белгестәр - заманса алымдар

Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетын та мамлаған Никита Немычников, Милена Федорочева һәм Адель Солтанова үҙҙәренең һөнәри эшмәкәрлеген башланы. Ә инде Артемий Зайчиков, ике йыл элек уҡыуын тамамлап, аккредитация үткәндән һуң, участка педиатры вазифаһын башҡара.
Салауат ҡала дауаханаһының баш табибы Алик Янышев йәш белгестәрҙең килеүен бик юғары баһалай. Уның фекеренсә, улар балалар поликлиникаһы эшенә яңы һулыш өҫтәп, заманса алымдар, яңы  диагностика һәм дауалау технологиялары ҡулланып, йәш быуындыңсәләмәтлеген нығытыуға ҙур өлөш индерәсәк. Баш табип йәш белгестәрҙең тырышлығы коллективты тағы ла көсәйтәсәк, тип ышана. 
«Йәш белгестәр көнүҙәк протоколдар, һанлы инструменттар һәм балалар менән эшләү алымдары менән яҡшы таныш», - тип билдәләне Алик Янышев. «Мин уларға уңыштар теләйем, тиҙ арала коллективҡа ҡушылып, бәләкәй пациенттарыбыҙға ярҙам итеүҙәрен көтәм».

Йәш белгестәр -  заманса алымдар
Йәш белгестәр - заманса алымдар
Автор: Дина Галеева
Читайте нас