Регина Ғәбитова 2016 йылда Ырымбур дәүләт медицина университетын тамамлаған. Ул «Медицина профилактика эше» һөнәре буйынса белем алған. 2017 йылда клиник лаборатория диагностикаһы табибы булараҡ интернатура үтә. Артабан ике йыл дауамында Йылайыр үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт итә.
2019 йылдан 2021 йылға тиклем «Патим» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә рейс алды һәм рейстан һуңғы тикшереүҙәр кабинетын етәкләй. 2021 йылдан 2025 йылға тиклем Федераль медицина-биология агентлығының 20-се гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә табип-бактериолог булып эшләй, бактериология лабораторияһын етәкләй.
Хәҙерге ваҡытта Регина Ғәбитова Салауат ҡала дауаханаһына эшкә урынлашты. Ул туплаған тәжрибәһен һәм һөнәри белемен ҡала халҡының һаулығын нығытыуға йүнәлтәсәк.