Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Роберт Иштуковтың Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында бер нисә мөһим һәм проблемалы мәсьәлә ҡаралды. Улар араһында инфекция бүлеген ремонтлау, 2-се поликлиниканы яңыртыу, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын күсереү кеүек мәсьәләләр айырыуса актуаль булып сыҡты.
Сәфәр барышында Роберт Иштуков Чапаев урамында урынлашҡан 2-се поликлиника биләмәһендә булды. Был учреждениела киләсәктә "Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу" программаһы сиктәрендә масштаблы ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Был яңыртыуҙар пациенттар өсөн уңайлыраҡ шарттар тыуҙырырға һәм медицина хеҙмәттәренең сифатын күтәрергә тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, медицина ҡаласығы биналарының береһендә элек инфекция бүлеге урынлашҡан ине. Капиталь ремонт эштәре бында 2024 йылдан алып барыла. Был ваҡыт эсендә белгестәр эске һыу менән тәьмин итеү, канализация, вентиляция, йылытыу системаларын яңырта, шулай уҡ яңы яҡтыртыу урынлаштыра.
- Әле эске биҙәү эштәре, тышҡы электр кабель линияларын һалыу һәм электр яҡтыртыу ҡоролмаларын ҡуйыу дауам итә, - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Ремонттан һуң бында психиатрия бүлеген асыу планлаштырыла.
Роберт Иштуковтың эш сәфәренең киләһе пункты - Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 13-сө бина, унда элек инфекция госпитале, ә унан алдараҡ балалар көндөҙгө стационары эшләгән. Бәлки, тап ошонда киләсәктә ҡатын ҡыҙҙар консультацияһы урынлашыр.
- Халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә уңайлылыҡты арттырыу һаулыҡ һаҡлау системаһының төп бурыстарының береһе булып тора. Медицина учреждениеларын яңыртыу - ул бүленгән финанслауға бәйле
оҙайлы процесс. Пациенттар өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, - тип билдәләйҙәр ведомствола.
Фото Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.