газета "Салауат"
-19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Август 2025, 11:18

Сәләмәт милләт - көслө дәүләт нигеҙе

Быйыл спортсылар һәм спортты яратыусылар өсөн үткәрелгән байрамда ғәҙәттәге тантаналарҙан тыш, тағы ла бер мөһим ваҡиға булды - медицина хеҙмәткәрҙәренең десанты. Ҡала дауаханаһы һәм «Медсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойоштороусыларға ярҙамға килеп, байрамды «Һаулыҡ көнө» менән берләштерергә тәҡдим итте.

Сәләмәт милләт - көслө дәүләт нигеҙе
Сәләмәт милләт - көслө дәүләт нигеҙе

Яр буйында ҡуйылған палаткаларҙа егермеләп белгес халыҡты ҡабул итеп, кәңәштәр бирҙе.
- Бөгөн бында диспансеризация, скрининг тикшереүҙәре, флюорография, маммография кеүек мөһим процедуралар үткәрелде. Табиптар йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм яман шеш кеүек киң таралған сирҙәр тураһында ла һөйләне. Дерматологтар тирене, миңдәрҙе тикшерҙе, «Ҡатын-ҡыҙ һаулығы» майҙансығында һөт биҙҙәрен ҡаранылар. Терапевттар ҡан баҫымын, шәкәр кимәлен, холестеринды үлсәне, ВИЧ-ҡа тест үтеү мөмкинлеге булдырылды. Педиатрҙар балаларҙың һаулығы буйынса кәңәштәр бирҙе, шулай уҡ күреү һәләтен тикшереү мөмкинлеге лә булды. Стоматологтар тештәрҙе дөрөҫ таҙартыу серҙәрен асты. Был сарала 1044 кеше медицина тикшереүе үтте, 365 кеше табиптарҙан консультация алды. Күңелһеҙ яңылыҡ та булды - ике яман шеш ауырыуы асыҡланды. Хәҙер улар белгестәр күҙәтеүе аҫтында дауаланасаҡ, - ти ойоштороу-методика бүлеге мөдире, педиатр, нефролог Елена Поздеева.
Байрамда ҡатнашыусылар табиптарҙың бындай шарттарҙа эшләп, халыҡҡа ярҙам итеүен юғары баһаланы. Күптәр өсөн был бик уңайлы булды, сөнки
дауаханаларҙа белгестәргә эләгеү еңелдән түгел. Байрам спорт менән генә сикләнмәүе, ә халыҡтың һаулығына ла иғтибар бүлеүе менән иҫтә ҡалды.

Сара майҙанындағы шау-шыу, спорт ярыштарының дәртле тауыштары, музыка һәм көлөүҙәр араһында табиптарҙың тыныс һәм иғтибарлы эше айырылып тора ине. Һәр кем үҙенең һаулығы тураһында ҡайғыртырға, кәңәш алырға, борсоған һорауҙарға яуап табырға тырышты. Кемдер күптән түгел генә диспансеризация үтергә теләгән, әммә ваҡыты етмәгән, кемдер тештәренең торошо белергә ҡарар иткән, ә кемдер балаһының күреү һәләтен тикшертергә килгән.

- Бөгөн байрамда табиптарҙың эшләүе бик уңайлы. Дауаханала был белгестәргә эләгеүе ауыр. Мине эндокринолог ҡараны, ҡан баҫымын, шәкәр күләмен һәм холестеринды үлсәнеләр. Мөрәжәғәт иткән һәр табип иғтибар менән тыңланы, кәңәштәрен бирҙе, аныҡ дауаланыу курсы яҙып бирҙе. Табиптарға ҙур рәхмәт! - тине Алла Әбделмәнова.
Физкультурниктар көнөндәге Һаулыҡ көнө спорт һәм медицинаның берләшеүе генә түгел, ә халыҡтың һаулығына иғтибарҙы арттырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау сараһы ла булды. Был көн сәләмәтлектең иң ҙур байлыҡ булыуын, уны һаҡлау, нығытыу һәр кемдең бурысы икәнлеген күрһәтте. Ә табиптарҙың байрамда ҡатнашыуы - халыҡҡа яҡыныраҡ булыу, уларҙың проблемаларын ишетеү һәм ярҙам итеү өсөн бирелгән ҙур мөмкинлек. Киләсәктә лә был яҡшы башланғыс дауам итер, сөнки сәләмәт милләт - көслө дәүләт нигеҙе.

Байрамда спорттың әһәмиәте һәм уның үҫеше тураһында һүҙ барҙы. Тантананың төп геройҙары - спортсылар, тренерҙар һәм физкультура белгестәре. Уларҙы хөрмәтләү һәм ҡотлау өсөн артистар сығыш яһаны, ә ҡала етәкселәре уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин сараны асып, тренерҙарға һәм спортсыларға ихтирамын белдерҙе. Ул Салауат ҡалаһының республика һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаған спортсыларын да билдәләне.

Тантанала төрлө йәштәге спортсылар һәм тренерҙар наградалар менән бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының почет грамоталары «Триумф» спорт мәктәбе директоры Ольга Колчина һәм «Лидер» спорт мәктәбенең тренер уҡытыусыһы Диана Йосоповаға тапшырылды. Спорт министрлығының рәхмәт хаттары менән «Триумф» спорт мәктәбе директоры урынбаҫары Николай Бегунов, «Лидер» спорт мәктәбе инструкторы Ольга Бактыбаева һәм «Салауат» спорт мәктәбе белгесе Светлана Молчанова билдәләнде. Башҡортостан Республикаһы спорт министрының рәхмәтенә физик культура һәм спорт идаралығы инструкторы Ирина Васильева, «Снайпер» үҙәге администраторы Регина Русакова һәм «Снайпер» үҙәгенең баш бухгалтеры Розалия Аҡҡолова лайыҡ булды.

Ҡала хакимиәтенең почет грамоталарын «Алмаз» спорт мәктәбе тренеры Елена Комзалова, «Салауат» спорт мәктәбе администраторы Ольга Родионова, «Лидер» спорт мәктәбе тренеры Никита Данилов, «Триумф» спорт мәктәбенән Айназ Вәлиев, Рәмилә Ғарифуллина, «Снайпер» үҙәге хеҙмәткәрҙәре Екатерина Квашнина, Гүзәл Вершинина, Светлана Халиҡова, көрәш мәктәбе директоры Александр Визгалов алды.

Хакимиәттең рәхмәт хаттары менән тренерҙар Рада Шагниязова һәм Всеволод Сорокин, физкультура уҡытыусылары Олеся Иванова һәм Валентина Ляхович, ҡала предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре Муса Сафиканов («Салауат» спорт мәктәбе), Надежда Соловьева («Салауатбыяла» акционерҙар йәмғиәте) һәм Наталья Шашкина («Снайпер» үҙәге) билдәләнде. Массалы спорт сараларын ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн Марат Зәһиҙуллин ҡала эшҡыуарҙары Юрий Федотовҡа, Room Lunch Bar рестораны етәксеһе һәм Ayda компьютер клубы етәксеһе Владислав Смольяковҡа рәхмәт хаттары тапшырҙы. 2024 йылда ГТО нормативтарын үтәгән пенсионерҙар ҙа наградалар алды, был уларҙың физик активлығын һәм һаулығын һаҡлауҙағы өлөшөн билдәләү өсөн мөһим булды.

Салауатта «Ихата чемпиондары Лигаһы»ның йомғаҡлау тантанаһы үтте. Салауат ҡалаһында йыл һайын үткәрелә торған «Ихата чемпиондары Лигаһы.
Йәйге старт!» ярыштарының йомғаҡлау тантанаһында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләнеләр. Был сара ҡалала 2012 йылдан бирле уҙғарыла, ә йәй буйына һайлап алыу турҙары ҡала ихаталарында һәм парктарында ойошторола. Ярыштарҙа 8-15 йәшлек малай-ҡыҙҙар биш төрлө дисциплинала көс һынаша.Иң яҡшылары финалға сыға, ул ғәҙәттә Физкультурниктар көнөндә үткәрелә.

Быйыл иң әүҙем һәм маҡсатҡа ынтылышлы йәш спортсыларҙы ҡала Советы рәйесе Алексей Соболев бүләкләне. Төп бүләк - велосипедтар һигеҙ бәләкәй
спортсыға: Элина Басироваға, Ярослав Барановҡа, Малита Яковлеваға, Руслан Ғәбиҙуллинға, Дарья Кобельковаға, Артем Эдмонға, Ксения Кобзеваға һәм Вячеслав Романовҡа тапшырылды. 10-11 йәшлек малайҙар араһында 21-се мәктәптең бишенсе класына күскән уҡыусыһы Руслан Ғәбиҙуллин еңеү яуланы. Был уның өсөнсө тапҡыр еңеүе һәм шуның менән ул өсөнсө велосипедын алды. Руслан спортты яратыуын, акробатика менән алты йыл шөғөлләнгәнен, хәҙер футболға йөрөүен белдерҙе. Ул бүләккә алған велосипедын туғанына бирергә ниәтләй һәм киләһе йылда ла ҡатнашып,
дүртенсе велосипедын алырға тырышасағын әйтте.

Ксения Кобзева өсөн был ярыштарҙа беренсе тапҡыр еңеп, велосипед отҡан. Ул дүрт йәштән «Ихата чемпиондары лигаһы»нда ҡатнашып, үҙенең хыялына ирешә. Ксения акробатика менән дә шөғөлләнә, был уға физик формаһын яҡшыртырға ярҙам итә. Ҡыҙҙың өләсәһе Людмила Ивановна, иң яҡын көйәрмәне булараҡ, ейәнсәренең еңеүенә бик шатланды. Ул Ксенияның маҡсатҡа ынтылышлы булыуын билдәләп, был еңеүгә дүрт йыл буйына ашҡынып барғанын әйтте.

Физкультурниктар көнөндә футбол, волейбол, баскетбол, шахмат, шашка, ауыр атлетика, джампинг, зумба һәм бокс кеүек спорт төрҙәре буйынса
ярыштар үтте. Йәшенә һәм физик әҙерлегенә ҡарамай, һәр кем үҙенә оҡшаған спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген тапты.

Сәләмәт милләт - көслө дәүләт нигеҙе
Сәләмәт милләт - көслө дәүләт нигеҙе
Сәләмәт милләт - көслө дәүләт нигеҙе
Сәләмәт милләт - көслө дәүләт нигеҙе
Сәләмәт милләт - көслө дәүләт нигеҙе
Сәләмәт милләт - көслө дәүләт нигеҙе
Сәләмәт милләт - көслө дәүләт нигеҙе
Автор: Дина Галеева
Читайте нас