газета "Салауат"
-19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Июль 2025, 11:20

Эшкә килеп, миллион һум ал

Ҡала хакимиәтендә уҙған ултырышта көнүҙәк булып торған квалификациялы медицина кадрҙары етешмәү мәсьәләһен хәл итеү өсөн бер нисә сара күрелде.

Эшкә килеп, миллион һум ал
Эшкә килеп, миллион һум ал

Әлеге ваҡытта ҡала дауаханаларына 62 врач һәм 69 шәфҡәт туташы кәрәк.
Беренсе сара - 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү, ул эшкә урынлашҡандан һуң ай һайын 20 000 һум күләмендә өлөшләтә түләнә.
Икенсе сара - Салауат ҡала дауаханаһына эшкә урынлашасаҡ табиптарға торлаҡ биреү. Тейешле ҡарар ҡабул ителде һәм ҡала хакимиәтенең сайтында урынлаштырылды.
- Врачтарҙың иңендә ғәйәт ҙур яуаплылыҡ ятыуын һәм уларҙың хеҙмәтенең мөһимлеген аңлайбыҙ, шуға күрә уларға ҡулдан килгәндең барыһы менән дә ярҙам итергә әҙербеҙ, - тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин.

Фото ҡала хакимиәтенән.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас