газета "Салауат"
-19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Июнь 2025, 09:04

Һауыҡһа балалар, шатлана табиптар

Дауаханаға эләгеү бала һәм ата-әсә өсөн ҙур һынау. Сит мөхиткә сабый яраҡлаша алмай ыҙалана, илай, көйһөҙләнә. Ошо һынауҙарҙы үтергә балалар врачы ярҙам итә лә индә. Ҡала дауаханаһы балалар стационарының йәш врач-педиатры Эллина Ғимранова үҙенең һөнәри эшмәкәрлеге, балалар менән эшләүҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләй, остаздары хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Һауыҡһа балалар, шатлана табиптар
Һауыҡһа балалар, шатлана табиптар

Эллина Ғимранова Ишембай районында тыуып үҫкән. Врач булыу хыялы ҡыҙҙың күңелендә бәләкәйҙән йәшәй. Бер ваҡыт унан: «Кем булырға теләйһең?» тип һорағас, бер ҙә икеләнмәйенсә: «Әлбиттә врач», тип яуап бирә. Ҡыҙ лицейҙы яҡшы билдәләргә, Башҡорт дәүләт медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. 
Эллина Ғимранованың хеҙмәт юлы ғәҙәти булмағанса башлана - һуңғы курста гигиена кафедраһында сит ил студенттарын уҡыта. Университетты тамамлағас, «Педиатрия» һөнәре буйынса ординатураға уҡырға инә.
- Тап ошо осорҙа карьерамдың яңы мөһим этабы башланғандыр, тип уйлайым. Ординатор булараҡ, педиатрия кафедраһында уҡыттым, шул уҡ ваҡытта Республика балалар клиник дауаханаһының гастроэнтерология бүлегендә эшләп тә йөрөнөм, балалар һауыҡһа, улар менән бергә шатландым, сабыйҙарҙың йылмайыуынан илһам алдым,- тип һөйләй йәш белгес. 
Һуңынан ул эшен Салауат балалар дауаханаһында дауам итә.
- Төрлө варианттарҙы барлап, Салауат ҡала дауаханаһының баш врачы Алик Янышев менән осрашыуға барҙым. Ул мине йылы ҡабул итте, хеҙмәт шарттары һәм буласаҡ командам тураһында һөйләне. Артабан баш
врач урынбаҫары Светлана Миңлебаева, балалар стационары бүлеге мөдире Нәфисә Әйүпова менән һөйләшкәндән һуң, мотлаҡ бында ҡалырға тейешмен, тигән ҡарарға килдем, - тип уртаҡлаша Эллина Ғимранова.
- Аҡыллы кәңәштәрен биргән остаздарыма рәхмәт. Нәфисә Басир ҡыҙы минең өсөн ҙур терәк. Ниндәй генә хәлдәр килеп тыуһа ла, иңдәремә йомшаҡ ҡына ҡағылып, әсәйҙәрсә хәстәрлек менән йыуата белә, төплө фекерҙәрен әйтә. Өлкән коллегам, балалар стационарының соматикбүлеге врач-педиатры Нелли Йәнгироваға ла үҙенең тәжрибәһе менән ихласуртаҡлаша. Йәш аралары ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы саҡта минең фекерҙәремә лә ҡолаҡ һалыуы ихтирам уята.
Стационарҙа педиатрҙың эше еңелдән түгел - бәләкәй пациенттар һәм уларҙың ата-әсәләре менән уртаҡ тел таба белергә, бала һауыҡһын өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә кәрәк. Ғөмүмән, ул сабыйҙың ғүмере өсөн яуаплы.

Эллина Ғимранованың иртәнге обходы балаларҙы сәләмләүҙән башланды.
- Һаумыһығыҙ, балалар! Хәлдәрегеҙ, кәйефтәрегеҙ нисек? - тип йылмайып килеп керҙе палатаға.

Бәләкәс Әҙилде дауаханаға төндә килтергәндәр.
- Кисә кис улыбыҙҙың тән температураһы ныҡ күтәрелде. Ашығыс ярҙам саҡырҙыҡ, беҙҙе дауаханаға һалдылар. Шунда уҡ система ҡуйҙылар, укол эшләнеләр. Күп тә үтмәй температура төштө. Иртән дауалаусы врач Эллина Ғимранова керҙе. Палатала балалар төрлө йәштә. Әммә табип бөтәһе менән дә уртаҡ тел таба белә, тыныс һәм дуҫтарса һөйләшә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, эшен яҡшы белә, дауалауҙы дөрөҫ тәғәйенләй.  Бөтә нимәне аңлата. Беренсе балам менән дауаханаға тәүге эләгеүем минең өсөн ҙур һынау булды. Бик хафаландым, әммә Эллина Ғимранова менән танышҡандан һуң бөтә борсолоуҙарым юҡҡа сыҡты, - ти бәләкәй пациенттың әсәһе Гүзәл Уразбахтина.
Дауалау уңышы табиптың тәжрибәһенән генән генә тормай, ә ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш тә ҙур роль уйнай. Врач быны яҡшы аңлай, шуға ла бәләкәй пациенттарҙың яҡындарына ла иғтибар бүлә, анализдар
тураһында ентекле һөйләй, кәңәштәрен бирә.
Аҡ халаттан, уколдан, медицина инструменттарынан ҡурҡҡан бәләкәстәрҙе нисек тынысландырырға һуң?
- Йыш ҡына үҙенсәлекле алым ҡулланам. Тәүҙә пациентҡа фонендоскоптың ни өсөн кәрәклеге, уның төҙөлөшө тураһында һөйләйем, уны тотоп ҡарарға рөхсәт итәм. Шунан һуң күптәр медицина процедураларына ризалаша, иламай, - ти Эллина Фәрит ҡыҙы.
Педиатрҙың ауыр эшен күҙәтеп: «Был һөнәрҙе һайлауына үкенмәйме икән?» тигән һорау йүгереп үтте.
- Балалар врачы булыу - һөнәр түгел, ә булмыш, тип ышаныслы әйтә алам.  Балаларҙың йылмайыуы эшемдә иң ҙур баһа. Беҙҙең стационар берҙәм механизм кеүек: бөтә төр белгестәр - тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, - тигән фекерҙә Эллина Фәрит ҡыҙы. - Йәш белгес булараҡ, өлкән коллегаларыма һоҡланып ҡарайым. Коллективта бер-береңә һәр ваҡыт ярҙамға килә белеү, уртаҡ маҡсаттар берҙәм команда булып эшләргә мөмкинлек бирә. Етәксебеҙ Алик Рәмил улының оҫта етәкселегендә иң көсөргәнешле мәлдәрҙә лә кешелек сифаттарын һаҡлап ҡалып, ҡатмарлы һынауҙарҙы еңеп сығырға әҙербеҙ.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас