газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Һаулыҡ һаҡлау
7 Февраль , 11:10

Иң ҙур баһа - пациент рәхмәте

Врач һөнәренең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын шул өлкәгә ҡағылышы булғандар ғына тулыһынса аңлайҙыр. Уларҙың оҫта һәм тиҙ эш итә белеүҙәре артында кеше ғүмерҙәре тора. Түбәндә бәйән ителәсәк хәл дә - табиптарҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенең асыҡ бер миҫалы.

Иң ҙур баһа - пациент рәхмәте
Иң ҙур баһа - пациент рәхмәте

Гөлләриә Рәхимованы үтендәге таштары борсой, өйәнәктәре лә була. Шуға, һуң булмаҫ элек, планлы операцияға ятып таштарын алдыртырға ҡарар итә.
- Барыһы ла яҡшы үтте, бер ниндәй өҙлөгөүҙәр ҙә булманы. Бының өсөн 1-се хирургия бүлеге мөдире Вениамин Герасимовҡа бик рәхмәтлемен. Әммә иртәгәһенә ҡапыл үҙемде насар тоя башланым: тыным ҡыҫылды, ҡан баҫымым түбәнәйҙе, күкрәк ситлеге ҡыҫты. Хәүефле билдәләрҙе күреп, врачтар һәм шәфҡәт туташтары тиҙ арала ярҙамға ашыҡты. Команда етеҙ һәм оҫта эш итте. Врачтар янымдан китмәне. Айырыуса кардиолог Ләйсән Амур ҡыҙы бар оҫталығын һалды. Уларҙың ваҡытында аныҡ эш итеүе арҡаһында мин тере ҡалдым. Был көндө икенсе тыуған көнөм, тип иҫәпләйем, - тип һөйләй Гөлләриә Хәнәфи ҡыҙы.
Пациенттың ғүмеренә хәүеф янауын күреп уны ашығыс рәүештә реанимация бүлегенә күсерәләр. Бында дауахананың күп врачтары йәлеп ителә.
- Гөлләриә Рәхимованы үтә ауыр хәлдә килтерҙеләр. Уға үпкә артерияһының тромбоэмболияһы тигән диагноз ҡуйылды. Һәр секундтың ҡәҙерле икәнен аңлағанға тиҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә кәрәк ине. Бүлек мөдирҙәре, шул иҫәптә республика дауаханаларыныҡы менән консилиум үткәргәндән һуң пациентҡа тромбтарҙы юҡ итергә булышыусы тромболизис тигән процедура үткәрергә кәрәк, тигән бер фекергә килдек. Тик хәлде бер көн алдан яһалған операция ҡатмарлаштырҙы. Шулай ҙа, бөтә яҡтарҙы тыңлап, фекерҙәрҙе үлсәп, ошо ҡарарҙа ҡалырға булдыҡ. Был процедуранан һуң пациент үҙен яҡшыраҡ тоя башланы, сатурацияһы барлыҡҡа килде, бер нисә көндән палатаға күсерелде. Дауаланыуҙан һуң
үткәрелгән компьютер томографияһы тромбтарҙың булмауын күрһәтте. Хәүефле хәлдең яҡшы тамамланыуына бик шатбыҙ, - тип һөйләй төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенең кардиология бүлеге мөдире Ләйсән Моратова.
- Был иҫтә ҡалырлыҡ, үтә ҡатмарлы осраҡ булды. Тиҙ арала ҡарар ҡабул итергә кәрәк ине. Дауаханала эшләүсе оҫта ҡуллы, үҙ эшенә бирелгән врачтарҙың көйлө эше арҡаһында пациенттың ғүмерен ҡотҡарып ҡала алдыҡ. Пациенттар рәхмәте - эшебеҙгә иң ҙур баһа, - ти врач анестезиолог-реаниматолог Айнур Шәмсиев.
Гөлләриә апайҙың улы Альберт ул көндәр тураһында тулҡынланып һөйләй.
- Операцияның уңышлы үтеүенә шатланып ҡына йөрөгәндә әсәйемдең хәле ҡапыл хөртәйеүен хәбәр иттеләр. Өфөгә алып барырлыҡ түгел. Әсәйемдең ғүмере ҡыл өҫтөндә ине. Беҙ даими шылтыратып торҙоҡ, врачтар янынан китмәне. Әгәр был хәл дауаханала түгел, башҡа берәй ерҙә булһа, аҙағы нимә менән тамамланыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре командаһының берҙәм, көйлө эше арҡаһында әсәйебеҙ әлеге көндә һау-сәләмәт, уларға бик ҙур
рәхмәт, - ти ул. 

Автор, ҡала дауаханаһы фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: