Әсәлеккә юл ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһынан башлана. Йөрәге аҫтында сабый йөрөтөүен тойған ҡатындар, тәү сиратта, ошо учреждениеға юл ала, унда иҫәпкә баҫа, анализдар тапшыра, йөклөлөгөн врачтар күҙәтеүе аҫтында үткәрә.
Фәнилә Әхмәҙиева Учалынан Салауатҡа эшкә саҡырыу буйынса 2019 йылда килгән. 2020 йылдан мөдир вазифаһын башҡара.
- Беҙҙең ҡалала йөклө ҡатын-ҡыҙҙыр һаны күпме?
- Йыл һайын ауырлылар һаны 50-100 кешегә кәмей. Әлеге көнгә 446 йөклө ҡатын иҫәптә тора. Тыуым кәмеүенә иҡтисади, социаль, психологик факторҙар йоғонто яһай.
- Йөклөлөгөн өҙөргә теләгән ҡатындар менән ниндәй эш алып барыла? Аборттың ниндәй эҙемтәләргә килтереүе ихтимал?
- Ундайҙар, тәү сиратта, психолог кәңәшен ала. Беҙҙә медицина-психологик һәм юридик ярҙам кабинеты эшләй, төрлө дини конфессиялар вәкилдәре лә саҡырыла. Психолог менән әңгәмәләшкәндән һуң 45 процентҡа яҡын гүзәл заттар үҙ фекерен үҙгәртә. Ундайҙар менән беҙ оҙаҡ әңгәмәләшәбеҙ, айырыуса тәүге тапҡыр ауырға ҡалған ҡатындарға аборттың ниндәй эҙемтәләргә килтереүе хаҡында һөйләйбеҙ. Аборт ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн өҙлөгөүҙәре менән хәүефле. Киләсәктә йөккә уҙыу ихтималлығы кәмей, менструаль циклдың боҙолоуы бар, психологик тайпылыштар барлыҡҡа килеүе мөмкин. Был аҙымға барған ҡатындарҙың 20-25 процент тирәһе депрессияға бирелә.
- Теге йәки был ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, дауалау йәһәтенән заманса ҡорамалдар, дауалау алымдары бармы?
- Ҡатындарҙың репродуктив системаһы сирҙәрен диагностикалау һәм дауалау өсөн лапароскопия эшләнелә. Гинекологияла төрлө патологияларҙы асыҡларға ярҙам итеүсе гистероскоп ҡулланыла. Шулай уҡ ҡала дауаханаһында аналыҡ артерияларын эмболизациялау уҙғарыла. Ул аналыҡ миомаһын дауалауҙа заманса һәм юғары технологик дауалау алымы һанала.
- Ҡатын-ҡыҙҙарҙы әсәлек бәхетенә ирештереү йәһәтенән ниндәй эштәр башҡарыла?
- Беҙгә килгән ауырлы ҡатындарҙы иҫәпкә ҡуябыҙ, анализ алабыҙ, тикшереү уҙғарабыҙ, даими күҙәтәү аҫтында улар. УЗИ-скрининг уҙғарыу кабинетында яралғының генетик патологияһына анализ алына.
- Гүзәл заттарға сәләмәтлеген нисек һаҡларға?
- Енси тормошто башлағанда ышаныслы контрацепция алымдарына өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Ул теләмәгән йөклөлөктән, енси юл менән таралған инфекцияларҙан һаҡланырға ярҙам итәсәк. Гинекологҡа мотлаҡ йылына бер тапҡыр күренергә, анализдар тапшырырға, актив тормош рәүешен алып барырға, туҡланыуҙы контролдә тоторға. Быйылдан 18-49 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән өҫтәмә диспансеризация башланды.
- Йөккә уҙа алмағандарға нисек ярҙам итәһегеҙ?
- Тәүҙә барыһын да урындағы кимәлдә хәл итергә тырышабыҙ. Әгәр ҡатын-ҡыҙ йыл дауамында ауырға ҡала алмаһа, уны Республика медицина-генетик үҙәгенә ебәрәбеҙ. Шулай уҡ перинаталь үҙәк, республика клиник дауаханаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
- Ҡалала игеҙәктәр, өс бала тыуған осраҡтар бармы?
- Әлеге көндә дүрт ҡатын игеҙәк бәпестәр көтә. Мин эшләгән йылдарҙа өс бала тыуған осраҡтар булманы.
- Әсә көнө алдынан ҡатындарға ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?
- Әсәләр - донъяға нур сәсеүселәр. Беҙгә килгән бөтә ҡатындарҙың да әсәлек бәхетен татыуын теләйем. Беҙ бының өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Тырыш коллективтан башҡа һөҙөмтәләргә
ирешеү еңелдән булмаҫ ине. Ҡатын- ҡыҙҙар консультацияһы, гинекология бүлеге, бала табыу йорто, балалар поликлиникаһы - бына беҙҙең берҙәм команда.
Фото ҡала дауаханаһынан.