газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Ноябрь , 11:10

Балалар - тормош сәскәһе

Гөлнара Әбүбәкерова балалар поликлиникаһында участка педиатры булып 2010 йылдан алып эшләй. Үҙе әйтеүенсә, бәләкәстәр менән уға эшләү бик оҡшай.

Балалар - тормош сәскәһе
Балалар - тормош сәскәһе

Бәпес донъяға килгәс, өйгә ҡайтҡандың тәүге көндәренән үк балалар врачы килеп, сабыйҙы ҡарай, уның үҫешен контролдә тота.

- Һөнәр һайлауыма атайымдың яғынан врачтар династияһы булыуы йоғонто яһағандыр. Һәр ваҡыт бәләкәстәр менән эшләүсе апайымдың миҫалы ла тап ошо өлкәгә өҫтөнлөк бирергә этәргес булды. 2016 йылда аллерголог-иммунологҡа уҡып сыҡтым. Эшемде яратам, ул күп яҡлы, бында көн һайын бер үк нимә менән шөғөлләнеп булмай. Балалар - айырым ҡараш талап итеүсе үҙенсәлекле пациенттар, - ти Гөлнара Әсҡәт ҡыҙы.
Балалар врачы үҙ участкаһында 900-950 тирәһе пациентты хеҙмәтләндерә.
- Уларҙың һәр береһен беләм, күҙ алдында үҫәләр. Урамда күреп, сәләмләүҙәре лә уларҙың да мине онотмауҙары тураһында һөйләй. Ошо йылдар эсендә балалар менән тығыҙ бәйләнеш барлыҡҡа килә. Эшләгәнемә 14 йыл үтһә лә, бөтә нимә кисә генә булған кеүек. Хатта үҙемдең тәүге патронажымды хәтерләйем, - тип уртаҡлаша ул.
Педиатр бәпес өйгә ҡайтарылғандың тәүге көндәрендә үк уларға килә.
- Бәпескә бер ай булғансы аҙнаһына өс тапҡыр өйҙәренә киләм. Патронаж ваҡытында баланың үҫешен күҙәтәбеҙ, сәләмәтлек торошон тикшерәбеҙ. Әсәләргә лә үҙ кәңәштәребеҙҙебирәбеҙ. Күп әсәләр, айырыуса йәштәр, интернеттан кәрәкмәгән мәғлүмәт уҡып, үҙҙәренә-үҙҙәре проблема яһай. Ниндәйҙер һорау тыуған осраҡта, тәү сиратта, врач менән кәңәшләшергә кәрәк, - тип уртаҡлаша белгес.
Әсә һөтө тураһында һүҙ сыҡҡас Гөлнара Әсҡәт ҡыҙы уның сабый өсөн бик файҙалы икәнлеген билдәләне:
- Күкрәк һөтөндә баланың тулы ҡиммәтле үҫешеүе өсөн һәм иммунитетын нығытыусы бөтә кәрәкле матдәләр бар. Ул сабый өсөн иң ҡулай аҙыҡ һанала. Әсәнең һөтө төшмәһә, йә аҙ булһа, уға хәлде яҡшыртырҙай төрлө алымдар тәҡдим итәбеҙ.
Күп балалы әсә булараҡ Гөлнара Әбүбәкерова ата-әсәләрҙең балаларына мөмкин тиклем күберәк иғтибар бүлеүен теләй. 

- Телефондар урынына балаға төрлө уйындар, китаптар тәҡдим итергә кәрәк. Бергәләп һүрәт төшөрөү, пластилиндан төрлө һындар әүәләү бала менән ата-әсә араһындағы бәйләнеште нығыта, - ти ул.
Ләйсән үҙенең 1,5 айлыҡ сабыйы менән ҡабул итеүгә килгән. Ул участка педиатрының грамоталы, иғтибарлы белгес булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Йәшәү урыны үҙгәргәс, педиатрҙы ла алыштырырға тура килде һәм беҙ быға бик шат. Гөлнара Әсҡәт ҡыҙы - яҡшы табип, артыҡ дарыуҙар тәғәйенләмәй, бөтә нимәне ентекле аңлата. Сабыйҙар менән айырыуса йылы мөғәмәләлә, - ти йәш әсә. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: