газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Ноябрь , 10:31

Атамаһы татлы булһа ла, үҙе мәкерле

"Үҙегеҙҙә һыуһау, ашап туймау, күпләп бәүел бүленеп сығыуы, ябығыу һәм хәлһеҙлек кеүек билдәләр тойһағыҙ, кисекмәҫтән врачҡа күренегеҙ", - шулай тип кәңәш итә ҡала дауаханаһының 1-се терапия бүлегенең врач-эндокринологы Валерия Устинская.

Атамаһы татлы булһа ла, үҙе мәкерле
Атамаһы татлы булһа ла, үҙе мәкерле

Шәкәр диабеты тигәнде ишетһәләр, күптәр был сир артыҡ шәкәр ҡулланыуҙан барлыҡҡа килә, тип уйлай. Ләкин был төптө хата фекер. Әлеге сиргә шәкәрҙең туранан-тура бер ҡыҫылышы ла юҡ. Кисә Шәкәр диабетына ҡаршы көрәш көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан ҡала дауаханаһының 1-се терапия бүлеге врач-эндокринологы Валерия Устинская менән әңгәмәләшеү форсаты сыҡты. Унан был сирҙең таралыуына нимә сәбәпсе булыуы, уны иҫкәртеү, дауалау ысулдары хаҡында һораштыҡ.

- Нимә ул шәкәр диабеты?
- Шәкәр диабеты организмда глюкоза үҙләштерелмәүе менән бәйле барлыҡҡа килгән хроник сир. Ул башҡа ауырыуҙарҙың үҫешенә лә хәүеф тыуҙыра. Ҡанда глюкоза кимәлен дөрөҫ контролдә тотмау бөйөр, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системалары функцияларының боҙолоуына килтереүе ихтимал.
- Был сиргә нимә сәбәпсе була ала?
- Артыҡ тән ауырлығы, һимеҙлек төп факторҙарҙың береһе һанала. Физик әүҙемлектең етерлек булмауы, стресс, ултырып эшләү шулай уҡ сир хәүефен арттыра. Артериаль ҡан баҫымының һәм
холестериндың юғарылығы ла быға сәбәпсе булыуы мөмкин. Әгәр күрһәткес 6.1. арта икән, тимәк, хафаланырға урын бар.
- Сир ниндәй типтарға бүленә?
- Диабеттың типтары күп, әммә иң мөһимдәре - ул 1-се һәм 2-се типтағы шәкәр диабеты һәм гестацион тип - ул йөклө ҡатындарҙың диабеты. Һәр береһенең үҙенә хас хәүеф факторҙары
һәм сир билдәләре бар. 1-се типтағы шәкәр диабеты ваҡытында етмәгән үҙ инсулинды тулыландырыу өсөн инсулин ҡаҙайбыҙ. Ә 2-се типтағы диабетта инсулин етерлек кимәлдә булһа ла,
ул һөҙөмтәле эшләй алмай. Бында таблеткалар ярҙамға килә.
- Диабет менән башҡа ауырыуҙар араһында бәйләнеш бармы?
- Әлбиттә. Диабет ваҡытында организмдың һәр күҙәнәге зарарлана: йөрәкҡан тамырҙары ауырыуҙары, инфаркт, инсульт хәүефе арта, күҙ күреү һәләте насарая, бөйөрҙәр зыян күрә.
- Диабет ҡуйылған пациенттар тулы ҡиммәтле тормош менән йәшәй аламы? Әллә барыһы ла төптән үҙгәрәме?
- Шәкәр диабеты - етди сир. Шулай ҙа, тормош рәүешен үҙгәрткәндә, врачтың күрһәтмәләренүтәгәндә, туҡланыуҙы тәртипкә һалғанда, ҡәҙимге тормош менән йәшәргә була. Тик диета дөрөҫ төҙөлөргә тейеш. Ас йөрөү ҡәтғи тыйыла, ризыҡ углеводтарға, микроэлементарға, аҡһымдарға бай булырға тейеш. Консервланған, майлы, ыҫланған ризыҡтарҙан баш тартыу хәйерле. Туҡланыу
рационына күберәк йәшелсә, бутҡалар индерергә кәрәк. Быҡтырылған, һыуҙа бешерелгән аҙыҡ файҙалы.
- Ниндәй йәштәге кешеләр айырыуса был сир менән ауырый?
- Ауырыу йәшен-ҡартын һайламай. Диабет йәшәрә, хатта балалар араһында ла осрай. Был фаст-фудтар, чипсылар, газлы һыуҙарҙы артыҡ ҡулланыу һөҙөмтәһе.
Әгәр 1-се типтағы диабет менән 35 йәшкә тиклемгеләр күберәк сирләһә, 2-се типта - 40-60 йәшлектәр. Шулай ҙа оло йәштә лә был диагноздың ҡуйылыуы мөмкин.
- Салауат ҡалаһы буйынса статистика ниндәй?

- Әлеге мәлгә ҡалала 5 236 кешелә ошо диагноз теркәлгән, уларҙың 5 178-е - өлкәндәр, 58-е - балалар.
- Диабет ваҡытында спорт менән шөғөлләнергә яраймы?
- Кәрәк, әммә сама белеп кенә. Физик әүҙемлек менән шөғөлләнә башлағанға тиклем, унан һуң да ҡандағы шәкәр кимәлен үлсәргә, үҙең менән ҡапҡыларға углеводтарға бай ризыҡ алырға кәрәк.
- Ниндәй билдәләргә иғтибар итергә һәм врачҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк?
- Үҙегеҙҙә һыуһау, ашап туймау, күпләп бәүел бүленеп сығыуы, ябығыу һәм хәлһеҙлек кеүек билдәләр тойһағыҙ, кисекмәҫтән врачҡа күренегеҙ.

Валерия Устинская тыумышы менән Ырымбур өлкәһенән. 2018 йылда Ырымбур дәүләт медицина университетын тамамлаған, һуңынан эндокринология буйынса ординатураға ингән. 2020 йылда тормошҡа сыҡҡас, Салауатҡа күсенгәндәр. Шул ваҡыттан алып ул ҡала халҡының һаулығы һағында.
- Тәүҙә эндокринолог булырмын тип башыма ла килтермәгәйнем. Әммә был өлкәне ентеклерәк өйрәнә башлағандан һуң, бының миңә оҡшауын аңланым. Пациенттар менән рәхәтләнеп эшләйем, уларҙа һауығыуға өмөт уятыу бик мөһим.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: