газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Ноябрь , 17:40

Тормош терәге - һаулыҡ

Көҙ етеү менән төрлө респиратор инфекциялар, киҙеү һәм коронавирус миҙгеле башлана. Ҡалала был тәңгәлдә хәл нисек тора, ауырыуҙарҙы нисек айырырға, ниндәй һаҡланыу сараларын онотмаҫҡа кәрәклеге тураһында 2-се поликлиниканың терапия бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы Регина Фәттәхованан белештек.

Тормош терәге - һаулыҡ
Тормош терәге - һаулыҡ

- Регина Рәил ҡыҙы, пациенттар күберәк ниндәй билдәләр менән мөрәжәғәт итә?
- Көҙгө-ҡышҡы осорҙа киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре менән килгән пациенттар ағымы арта. Бында тән температураһының күтәрелеүе, баш ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек, тамаҡ ауыртыуы, танауҙың тын алмауы хас. Киҙеү тураһында һөйләгәндә бында температура 38 градус һәм унан юғары, мускул һәм быуындар ауыртыуы, аяҡ-ҡулдарҙа тартышыу, көслө баш ауыртыуҙары булыуы мөмкин, улар күҙ ҡабаҡтарына баҫым яһай.
- Вирустар ни тиклем хәүефле һәм быйыл нимәнән ҡурҡырға?
- Сирле кеше шунда уҡ дауаханаға килгән осраҡта, вирус үтә ҡурҡыныс түгел. Иң мөһиме уны аяҡ өҫтө йөрөп үткәрергә кәрәкмәй. Быйыл вирус арҡаһында балаларҙа ларинготрахеиттар , өлкәндәрҙә киҫкен бронхит, әлеге ваҡытта пневмония үҫә. Пневмония менән сирләгән пациенттарҙы хәҙер Стәрлетамаҡ госпиталенә оҙатабыҙ. Әгәр ҡатмарлы эҙемтәләргә килгәндә – менингиттар, менингоэнцефалиттар, әгәр бактериаль инфекция ҡушылһа, пневмониялар, синуситтар, отиттар. Был осраҡта дауалауға тар белгестәр ҡушыла.
- Дарыуҙар ҡабул иткәндән һуң температура барыбер күтәрелә икән, нимә эшләргә?
- Мәҫәлән, вирусҡа ҡаршы дарыуҙар тәғәйенләнеп, әммә тән температураһы тиҙ арала күтәрелә икән, был осраҡта пациент табипты өйгә саҡыртырға тейеш. Хатта ҡабул итеүгә бер нисә көн ваҡыт булһа ла. Әгәр пациенттың тән температураһы 39 һәм унан юғары булһа, ашығыс ярҙам саҡырабыҙ. Сөнки фебриль тартышыуҙар булыуы ихтимал.
- Регина Раил ҡыҙы, ауырып бөткәс анализдар тапшырырға кәрәкме?
- Вируслы йәки бактериаль инфекцияны асыҡлау өсөн дауаланған ваҡытта анализдар тапшырабыҙ. Табиптың дауалау тактикаһы ла ошоға бәйле. Әгәр пациенттың бер ниндәй ҙә өҙлөгөүҙәре булмаһа, анализдарҙы ҡабаттан тапшырыу талап ителмәй. Әммә ауырыуҙан һуң бер ай дауамында ауыҙ күбеүе, сәс ҡойолоуы, һүлпәнлек һиҙелһә, ҡабаттан табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
- Үҙеңде һәм яҡындарыңды был миҙгелдәрҙә нисек һаҡларға?
- Әлеге ваҡытта киҙеүгә ҡаршы вакцинация эшләү әүҙем бара, ноябрь аҙағына тиклем прививка яһатырға була. 60 йәштән өлкәндәр, балалар, ауырлылар, хроник сирле кешеләр мотлаҡ прививка эшләтергә тейеш.

Автор:
Читайте нас: