Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Октябрь , 17:35

Тәжрибәле белгестәр ҡулы аҫтында

Салауат ҡалаһы дауаханаһында урология бүлеге асылды. Хәҙер урология патологияһы булғандарға башҡа ҡалаға барырға кәрәкмәй - медицина ярҙамын тыуған ҡалаһында ла алыу мөмкин.

Тәжрибәле белгестәр ҡулы аҫтында
Тәжрибәле белгестәр ҡулы аҫтында

Урология бүлеге бүлеге заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм улар ярҙамында төрлө тикшереүҙәр уҙғарырға мөмкин: бөйөр һәм һейҙек ҡыуығы УЗИ-һы, простата биҙенә ТРУЗИ, ҡаҫа органдарына УЗИ, диагностик цистоскопия һәм башҡалар. Шуныһы ла мөһим, пациенттарға медицина ярҙамын квалификациялы белгестәр күрһәтәсәк.


Бүлекте врач - уролог Баходур Мазоров етәкләй. 2018 йылда ул «Дауалау эше» йүнәлеше буйынсаТаджик дәүләт медицина университетын, ә 2021 йылда «Урология» йүнәлеше буйынса Башҡорт дәүләт медицина университеты ординатураһын тамамлай, дауалау эше менән фәнни эшмәкәрлекте лә уңышлы алып бара. Тап ошо осорҙа уҡытыу советы рәйесе ректор, Рәсәй фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор Валентин Павловта уҡый. Табиптың урология ауырыуҙарын дауалауҙың заманса ысулдары тураһында фәнни мәҡәләләре сыға.


Иҫегеҙгә төшөрөп уҙғабыҙ, Бахомур Мазоров Салауат ҡала дауаханаһы штатына 2021 йылдың декабрендә ҡабул ителә. Теүәл ике йылдан Башҡортостан Республикаһының Дамира Сабирйәнова исемендәге Медицина палатаһы премияһына лайыҡ була. Әлеге ваҡытта ул салауаттарҙың ғүмерен ҡотҡарыу буйынса хеҙмәтен дауам итә.
Бүлектә перспективалы һәм талантлы врач - уролог Александр Ткаченко эшләй. Йәш кеше 2021 йылда «Дауалау эше» йүнәлеше буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетын, ә 2023 йылда «Урология» йүнәлеше буйынса ординатура тамамлай. Уҡып бөткәс тә Салауат ҡала дауаханаһының I хирургия бүлегенә уролог булып ҡабул ителә.


- Ярҙам итеү, грамотолылыҡ, иғтибарлылыҡ - пациенттар беҙҙең врачтарҙа ошо сифаттарҙы билдәләйҙәр. Яңы урология бүлегенең врач-белгестәре - үҙ эштәренең ысын энтузиастары, бәләкәй инвазив һәм эндоскопик операцияларҙа ҙур тәжрибәгә эйә, - тип хәбәр итә медицина учреждениеһының матбуғат хеҙмәтендә. - Профессионалдар командаһы менән пациенттар квалификациялы ғына түгел, шулай уҡ дауаланыуҙың һәр этабында дауалау ярҙамы ала.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: