газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Октябрь , 15:50

Һөнәрҙәре менән абруйлы

Октябрь башында Өфөлә «Изгелек таратыу - 2024» йәмәғәт премияһы конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Үҙ номинацияларында лидерҙар иҫәбендә - Салауат врачтары.

Һөнәрҙәре менән абруйлы
Һөнәрҙәре менән абруйлы

«Иң яҡшы врач - белгес» номинацияһында врач-кардиолог Ләйсән Моратова еңеүсе исемен ала. Ул һөнәре буйынса 15 йыл эшләй. Үҙенең хеҙмәт юлын ашығыс ярҙам фельдшеры булып башлай, артабан дауаханала шәфҡәт туташы, һуңынан поликлиникала терапевт була.
- Үҙемдең булмышым тураһында яңынан уйлана башлағас, йәрәк табибы булырға теләүемде аңланым. Тап йөрәк - беҙҙең ғүмерҙең үҙәге һәм уның тураһында хәстәрлек күреү - күңел талабы, - тип бүлешә тәжрибәле врач.
«Йәмғиәттә абруй ҡаҙаныу» номинацияһында врач-уролог Баходур Мазоров еңеүсе исеменә лайыҡ була. Ул ҡала дауаханаһында 2021 йылдан алып эшләй, ә яңыраҡ яңы урология бүлеген етәкләй башлай.
- Медицина - ғаиләлә үк тәрбиәләнгән минең булмышым. Атайым һәм ағайым - табиптар. Мин династияны дауам итеп кенә ҡалмайым, кешеләргә лә ярҙам итергә, шатлыҡ һәм сәләмәтлек бүләк итергә ынтылам. Минең өсөн юғары маҡсат - пациент именлеге.

Фото Салауат ҡала дауаханаһынан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: