Кеше үҙенең организмында ниндәйҙер тайпылыштар һиҙеп ҡалһа, тиҙерәк дауаханаға йүгерә, дауаланырға тырыша, яҡшыға өмөт итә. Тик сирҙәр араһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешенең үҙенең “һайлап алғандары”
ла бар. Улар иҫәбенә заман афәте булған, дөйөм кешелеккә ҡот осҡос зыян килтергән, халыҡты бөлгөнлөккә төшөргән, тамырынан юҡҡа сығарған наркомания ла инә.
Кеше ни сәбәптән наркотиктар ауына эләгә, уны иҫкәртеүҙең юлдары бармы - ошо һәм башҡа нимәләр тураһында ҡала наркология диспансерының врач-психотерапевы Игорь Абдрахманов менән әңгәмәләштек.
- Игорь Нурулла улы, стажлы белгес күҙлегенән кем ул - наркоман?
- Наркоман - ул үҙ теләге менән ғүмерен ҡыҫҡартыусы кеше. Наркомания, шул иҫәптә алкоголизм - психик ауырыу, упҡынға этәргән сир ул. Наркомандың бер йыл ғүмере ҡәҙимге кешенең ете йылына торошло.
- Ниндәй факторҙар ошондай насар ғәҙәттәргә этәрә?
- Яңғыҙлыҡ, ят әйбер менән ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, стрестар кисереү, наркотик ҡулланыусылар менән аралашыу, балаларға ата-әсәнең иғтибары етмәүе, ғаиләләге конфликтлы хәлдәр һәм башҡалар наркотик ҡулланыуға этәргес булып тора.
- Психоактив матдәләр кешенең организмына ниндәй зыян килтерә?
- Ағыулы матдәләр үҙәк нервы системаһын, бауырҙы зарарлай, баш мейеһенең күҙәнәктәрен һәләк итә, психиканы үҙгәртә. Ҡыҫҡаһы, тотош организмды серетә.
- Был сирҙе тулыһынса дауалап буламы?
- Юҡ, әммә ремиссияға ирешергә мөмкин. Ремиссия ваҡытында кеше наркотиктар ҡулланмай, ҡәҙимге тормошҡа ҡайта, ғаилә ҡора, балалар тәрбиәләй. Ремиссия ғүмер аҙағынаса ла, ике аҙна ла дауам итергә
мөмкин. Бөтә нимә кешенең үҙенән, психикаһынан тора. Әгәр теләк көслө икән, яҡшыға өмөт итеп була. Әммә был һирәк күренеш. Практикамда ауҙан ысҡынған кешеләрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
- Ниндәй йәштәге кешеләр был ҡапҡанға күберәк эләгә?
- Тәү сиратта, үҫмерҙәр хәүеф төркөмөнә ҡарай. Улар тулыһынса шәхес булып формалашып бөтмәгән, эмоциональ яҡтан тотороҡло түгел. Тиҙерәк өлкәнәйергә, йәштәштәренән айырылып торорға теләү ҙә йәш
быуынды наркотиктар ҡолона әйләндерә. Элегерәк наркомандар араһында егеттәр ҡыҙҙарға ҡарағанда күпкә артығыраҡ булһа, һуңғы ваҡытта гүзәл заттар ҙа артта ҡалмай, хатта уҙып та китә. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәр был юлға баҫмай, тип тә әйтеп булмай.
- Үҫмерҙе был афәттән нисек һаҡлап алып ҡалырға?
- Иң мөһиме, уның мәшғүллеген тәьмин итергә, төрлө яҡлап үҫтереү өсөн тырышырға, бала менән аралашырға кәрәк. Әгәр ул ғаиләләге йылы мөхитте тоймаһа, яҡлау һәм аңлау тапмаһа, бала башҡа һуҡмаҡтан
китәсәк.
- Беҙҙең ҡалала наркотиктар менән хәл нисек тора?
- Шуныһы ҡыуаныслы, ҡалала хәл бер ни тиклем тотороҡланды. Юғиһә, беҙҙең ҡала иң алдынғылыҡты биләгән замандар ҙа булды. Унда хәл бик контролдә тотолмай ине. Хәҙер профилактик саралар күп уҙғарыла,
бөтә нимә тикшерелә, мәктәптәрҙә тәрбиәүи эш алып барыла, наркопостар ҡуйыла. Быларҙың барыһы ла һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Үҫмерҙәргә наркотиктарҙан кешеләрҙең нисек вафат булыуы тураһында фильмдар күрһәтеү профилактик эштә отошло алымдарҙың береһе булып тора.
- Кешенең наркотиктар менән мауығыуын ниндәй билдәләр буйынса танырға мөмкин?
- Кешенең тәртибе һәм холҡо ҡапыл үҙгәрә, элекке шөғөлдәренә һәм уҡыуға булған ҡыҙыҡһыныуы кәмей, ҡыҙыусанға әйләнә йә иһә үҙ-үҙенә бикләнә, шикле дуҫтары барлыҡҡа килә, өйҙә аҡса йәки әйберҙәр юғала.
Ата-әсәләргә балаларығыҙҙы үҙ өлгөгөҙҙә тәрбиәләгеҙ, тип әйтер инем. Улар бөтә нимәне ғаиләлә ала, күреп үҫә. Балағыҙҙа ниндәйҙер сәйер үҙгәрештәр һиҙһәгеҙ, кисекмәҫтән белгескә мөрәжәғәт итегеҙ.
Ҡаланың наркология диспансеры мөдире Юнир Дүшәнбаев әйтеүенсә, диспансер 64 койкаға иҫәпәнгән, уларҙың 52-һе тәүлек әйләнәһенә эшләй, 12-һе - реабилитация койкалары. 800-гә яҡын кеше дауалана. Улар менән наркологтар, психотерапевтар, социаль психологтар шөғөлләнә һәм тура юлдан тайпылған кешеләрҙе яҡты тормошҡа ҡайтарыу өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй.