Халыҡ араһында диспансеризация уҙғарыу Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан 2018 йылда булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының бер өлөшө булып тора. Кешеләрҙең һаулығын тикшереү иртә стадияла хроник һәм онкологик ауырыуҙарҙы асыҡларға ярҙам итә.
2023 йылда ошо проект сиктәрендә 44 935 кеше һаулығын тикшерткән. Уның һөҙөмтәләре буйынса 65 000 сир асыҡланған, шуларҙың 10 200-ө - беренсе тапҡыр: 23 яман шеш осрағы, 62 шәкәр диабеты, 1 549 йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары теркәлгән. Быйыл күпме кешенең диспансеризация үтеүе хаҡында 20 февралдә ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында ҡала дауаханаһының баш врачы Алик Янышев һөйләне.
- Бөгөнгө көнгә 8 699 кеше диспансеризацияны тамамлаған. 1 589 яңы сир асыҡланған, уларҙың берәүһе - яман шеш, 20-һе - шәкәр диабеты, 189-ы - йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары. Диспансеризацияны
теркәлеү урыны буйынса поликлиникала, шулай уҡ Медицина профилактикаһы үҙәгендә үтергә мөмкин. Беҙ шулай уҡ предприятиеларға һәм ойошмаларға сығабыҙ, заявкалар ҡабул итәбеҙ, - тине ул.
Был проекттың мөһимлеген һәм кәрәклеген аңлап, беҙҙең Мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә Октябрь урамы, 2 адресы буйынса урынлашҡан Медицина профилактикаһы үҙәгендә диспансеризация үтергә ҡарар итте.
Теркәлеү үткәндән һуң, тәүҙә 5-се кабинетҡа юлландыҡ. Шәфҡәт туташы Әлфиә Әбдрәшитова ҡан баҫымын, тән ауырлығын һәм буйҙы үлсәне, һуңынан белгестәрҙе нисек үтергә кәрәклеген ентекле аңлатып талондар бирҙе. 5-се кабинет эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 6-ға тиклем эшләй, тәнәфес - көндөҙгө 1-ҙән 2-се яртыға тиклем.
Һуңынан 3-сө кабинетҡа анализдар биреү өсөн йүнәлдек. Унда беҙҙе шәфҡәт туташы Юлия Кочеткова көтә ине. Ҡанды иртәнге 8-ҙән 11-се яртыға тиклем генә тапшырырға мөмкин. Белгестең ниндәй ысулдар һәм йыһаздар ҡулланыуы тураһында ҡала дауаханаһы баш врачының амбулатор-поликлиника эше буйынса урынбаҫары Лилиә Вәлиева һөйләне.
- Ҡанды бер энә менән бер нисә пробиркаға алалар, улар һуңынан лабораторияға оҙатыла. Был пациенттар өсөн уңайлы. Лаборатория өсөн дә өҫтөнлөктәре бар, сөнки пробиркалар әҙер килә, уларға тейешле
штрих-кодтар йәбештерелгән, тимәк, бер ниндәй яңылышлыҡтар булмаясаҡ, - тип аңлатты ул.
2-се кабинетта ЭКГ үттек,заманса ҡорамал ярҙамында күҙ баҫымын үлсәнеләр.
- Күҙ баҫымы махсус ҡорамал ярҙамында контактһыҙ ысул менән үлсәнә. Элек улай түгел ине. Күҙҙәргә махсус дарыу тамыҙырға мәжбүр булдыҡ, ҡайһы берәүҙәр быны ауыр кисерҙе. Хәҙер иһә пациент бер ниндәй
ауыртыныу һиҙмәй, уңайлы ла. Әле 50 йәштән өлкәнерәктәр араһында глаукома таралған (глаукома - күҙ баҫымы күтәрелеп характерланған күҙ ауырыуы), шулай уҡ йәштәр араһында ла был сир осраҡтары бар, шуға быны һәр кемгә үтеү ҡамасауламаҫ, - тип һөйләй Лилиә Вәлиева.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы 10-сы кабинетта акушер Көнһылыу Шәрипова көтә ине. Уның кабинеты кәрәкле бөтә ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
- Элек тейешле яҡтылыҡтың булмауы белгескә ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Быйыл иһә яңы лампа һатып алдыҡ, хәҙер бик уңайлы, - тип билдәләй Лилиә Вәлиева. - Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға яман шешкә цитология бирергә кәңәш итәм. Һөҙөмтәләр билдәле булғас, кәрәк булһа, акушер ҡатын-ҡыҙҙарға шылтыратып, уларҙы үҙенә саҡыра.
Йәшерен ҡанға тиҙәк анализы врачтарға эсәк яман шеше ауырыуын иртә стадияла асыҡларға һәм уны ваҡытында дауаларға мөмкинлек бирә.
- Әгәр анализ насар булһа, беҙ уны колоноскопия үтергә ебәрәбеҙ, ул наркоз менән дә эшләнелә. Процедура ваҡытында полиптар тапһалар, улар шунда уҡ алып ташлана. Һуңынан йылына бер тапҡыр хирургҡа күренеп торорға кәрәк. Бөтә нимә кешенең үҙенән тора. Тыныс булыу өсөн диспансеризация үтеп, һаулыҡты тикшертеү мотлаҡ, - тип билдәләй Лилиә Вәлиева.
Флюорография һәм маммография был үҙәктә уҙғарылмай, әммә һәр беребеҙгә йәшәү урыны буйынса поликлиникала үтергә талон бирҙеләр. Әйткәндәй, һаулығыңды тикшертер өсөн мотлаҡ Медицина профилактикаһы үҙәгенә мөрәжәғәт итергә тимәгән, бөтә белгестәрҙе үҙең теркәлгән поликлиникала үтергә мөмкин. 1-се поликлиника С. Юлаев бульвары, 18, 2-се поликлиника Чапаев урамы, 12 адресы буйынса урынлашҡан.- Шулай ҙа диспансеризацияны үҙәктә үтеү уңайлыраҡ. Сөнки бында, сирлеләр ҙә, сират та юҡ, - ти Лилиә Вәлиева.- Әле беҙ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына, яман шешкә һәм шәкәр диабетына ныҡлы иғтибар бүләбеҙ, ни өсөн тигәндә тап улар күберәк өҙлөгөүҙәргә килтерә, хатта инвалидлыҡ менән дә янауы бар. Башҡа ауырыуҙарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмайыбҙ.
Медицина профилактикаһы үҙәгендә диспансеризацияны эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тиклем (шаршамбы иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем), шулай уҡ һәр айҙың өсөнсө шәмбеһендә иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем үтергә мөмкин.