Ҡала дауаханаһының үҙ эшенең ысын оҫтаһы, хеҙмәт бурыстарын бөтә күңеле менән башҡарған балалар анестезиологы-реаниматологы, бүлек мөдире Әлфиә Әбүбәкерова хаҡында “Салауат” гәзитенең былтырғы һанында яҙып сыҡҡайныҡ. Күптән түгел тәжрибәле медицина хеҙмәткәре үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Шул уңайҙан беҙгә Әлфиә Тимербай ҡыҙының рәхмәтле пациенттары, яҡындары һәм коллегалары менән аралашыу форсаты тейҙе, уларҙан врачҡа юлланған күп кенә йылы һүҙҙәр ишеттек.
Гүзәл Колосова табипҡа ҡотҡарылған улының ғүмере өсөн бик рәхмәтле:
-Уның менән яҙмыш мине 2022 йылдың 28 декабрендә осраштырҙы. Улым Данилды ауыр хәлдә балалар дауаханаһына алып килдек. Уны Әлфиә Тимербай ҡыҙы етәкләгән реанимация бүлегенә урынлаштырҙылар. Врачтың профессионаллеге, тиҙ эш итә белеүе арҡаһында бөгөн улым иҫән-һау. Хәлебеҙ еңеләйгәс ул беҙҙе баш ҡала табиптарына тапшырҙы. Әммә унан һуң да беҙҙең бәйләнеш өҙөлмәне, хәлебеҙҙе белешеп торҙо.
Уға һәр ваҡыт ярҙам, кәңәш һорап мөрәжәғәт итә алам. Бында бүлектең бөтә медперсоналы маҡтауға лайыҡ. Улымды яҡты донъяға ҡайтарған медицина хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла рәхмәт белдерәм.
Ете йәшлек ҡыҙҙың атаһы ла ошо уҡ фекерҙә:
- Беҙ күрше Ишембай ҡалаһынан. Ғаиләбеҙҙә ике ҡыҙ, олоһо, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сирле булып тыуҙы. Уның диагнозы менән еңелсә һалҡын алдырып ауырырға ла ярамай, бала ауыр тын ала башлай, сатурацияһы
кәмей. Бына ошондай осраҡтарҙа беҙ ашығыс, квалификациялы медицина ярҙамына мохтаж. Әлфиә Тимербай ҡыҙы менән тәүге тапҡыр былтыр февралдә осраштыҡ. Хәлебеҙ тағы ауырлаша башлағас, беҙҙе Салауат
ҡалаһы балалар дауаханаһының реанимация бүлегенә алып килделәр. Әлфиә Тимербай ҡыҙы беҙҙе ҡабул итте, ҡыҙыбыҙҙың хәлен аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне. Сменаһы
тамамланыуға ҡарамаҫтан, ул ҡайтып китмәне, эш урынында ҡала бирҙе, яныбыҙҙа булды. Яңы йыл алдынан тағы ошо хәл ҡабатланды, әле лә реанимация бүлегендәбеҙ. Әлфиә Тимербай ҡыҙы дарыу менән генә
түгел, ә йылы һүҙ менән дә дауалаусы врач. Ул булдырған командаға ла бары рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Салауат ҡалаһы дауаханаһын, атап әйткәндә, реанимация бүлеген хатта баш ҡала дауаханаларынан да өҫтөнөрәк, тип әйтергә була. Бында ҡорамалдар яңы, заманса, белгестәр үҙ эшенең оҫтаһы. Алтын ҡуллы табипҡа ныҡлы һаулыҡ, еңелдән булмаған эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Әлфиә Әбүбәкерованың ҡыҙы Диана әсәһе кеүек табип һөнәрен һайлаған, Ырымбур дәүләт медицина университетының 2-се курс студенты:
- Әсәйемдең төнгө дежурлыҡтары күп булды. Мине кемгә ҡалдырырға белмәгән саҡтарында үҙе менән эшкә ала ине. Шунда врач һөнәренең ни тиклем изге, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалыуға йүнәлтелгәнлеген
аңланым, эштең бөтә ҡатмарлыҡтарын күреп үҫтем, был һөнәргә ҡарата ихтирамым артҡандан-арта барҙы. Шуға мәктәпте тамамлағандан һуң әсәйемдең юлынан китергә булып медицина университетына уҡырға
индем. Әсәйем эшһөйәр, бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Хеҙмәтенең ауыр булыуына ҡарамаҫтан, ул миңә һәр саҡ ваҡыт бүлде, һөйөүен, күңел йылыһын йәлләмәй өләште.
Светлана Миңлебаева, ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары:
- Тормошомда Әлфиә Тимербай ҡыҙы кеүек кешенең осрауына шатмын. Ул - ысын врач, бөтә күңелен эшенә бирә, бәләкәс пациенттарын һауыҡтырыу өсөн бөтә көсөн һала, һәр береһе өсөн борсола. Көслө рухлы һәм ҡыйыу кеше лә. Пандемия башланғас, тәүгеләрҙән булып ковид-госпиталгә ауыр хәлдәге сирлеләрҙе ҡотҡарыу өсөн юлланды. Табип үҙе был сир менән бик ҡаты сирләһә лә, төҙәлеп сыҡҡас, ҡабаттан һаулыҡ һағындағылар сафына баҫты. Йәштәр өсөн ул остаз, белеме һәм тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша. Уға ныҡлы һаулыҡ, барлыҡ теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйем.
Гузәл Атласова, балалар дауаханаһының көндөҙгө стационар мөдире:
- Әлфиә Тимербай ҡыҙы - ғүмерен кескәй пациенттарға бағышлаған врач. Ул һәр ваҡыт ярҙамға килеүсе, кәрәк саҡта кәңәш биреүсе. Кеше ҡайғыһына бер ваҡытта ла битараф ҡалмай торған оло йөрәкле кеше.
Мөхәмәт Хоҙайназаров, ҡала бала табыу йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар өсөн анестезиология һәм реанимация бүлеге мөдире:
- Әлфиә Тимербай ҡыҙы - минең остазым, балалар дауаханаһында уның менән йылдан ашыу бергә эшләнек. Ул күп нәмәләргә: бәләкәс пациенттар, уларҙың ата-әсәләре менән нисек һөйләшергә өйрәтте, шулай уҡ
яңы заманса ҡорамалдарҙа эшләү тәжрибәһен дә унан ҡабул иттем. Был табипты изге күңеллелек, ихласлыҡ кеүек сифаттар айырып тора. Уға ныҡлы һаулыҡ, еңелдән булмаған эшендә уңыштар,түҙемлек теләйем.